Был турала 1 декабрҙә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында үткән матбуғат конференцияһында Һаҡлыҡ банкының республика бүлексәһе идарасыһы Азамат Сәлихов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге видеокүҙәтеү камераларын файҙаланыу күҙаллана.
Яңы система кешенең йөҙөн генә түгел, атлап йөрөшөн дә асыҡлаясаҡ. Был енәйәтселәр битлек кейгән осраҡтарҙа ярҙам итергә тейеш.
Башинформ.