Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 17:25

ТАҠТАТАШТАР – БАТЫРҘАР ХАҠЫНДА

Ҡалабыҙҙың 4-се гимназияһында махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған яҡташтарыбыҙ Виктор Заплохов һәм Юрий Чумаковҡа таҡтаташтар асылды. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, ике яугирыбыҙ ҙа хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң генерал Миңлеғәле Шайморатов ордены менән наградланды.

ТАҠТАТАШТАР – БАТЫРҘАР ХАҠЫНДА
ТАҠТАТАШТАР – БАТЫРҘАР ХАҠЫНДА

Сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, мәктәп уҡытыусылары, уҡыу-сылары, яугирҙарҙың яҡындары ҡатнашты.
– Беҙ матур, тыныс тормошта йәшәйбеҙ, шул уҡ ваҡытта ил сигендә һалдаттарыбыҙ ҡатмарлы шарттарҙа дошман менән алыша. Тыныс тормоштоң һәр минутының ҡәҙерен белеп йәшәйек. Гимназия тупһаһын үткән һайын, бында геройҙар булғанын онотмағыҙ, илебеҙ мәнфәғәттәре өсөн ғүмерен биргән һалдаттарыбыҙ тере миҫал булып тора. Уҡыусыларға тырышып уҡырға, лайыҡлы граждандар булып үҫеп етеүҙәрен теләйем, –тине Рөстәм Фәрит улы тантана барышында.

Таҡтаташ аша яҡты донъяға ҡарап торған егеттәребеҙҙең тормошо беҙҙең хәтер аша дауам итә. “Набат” Чечен Респуб-ликаһында ҡораллы бәрелештә ҡатнашыусылар союзы рәйесе Илдус Мәнәповтың: “Һалдат ике тапҡыр һәләк була, беренсе тапҡыр – яу яланында, икенсегә – уның тураһында хәтер онотолған саҡта”, – тигән һүҙҙәре хаҡлы. Яугирҙарыбыҙҙы онотмайыҡ.

    

 

Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотолары.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: