Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 11:07

Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған

Өфөлә 2022 йылдың 30 ноябрендә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залы мөдире, администратор һәм уҡытыусы Эльдар Гәрәев ҡапыл вафат булған. Уға 36 ғына йәш ине.

Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған
Танылған йырсы Радик Гәрәевтың 36 йәшлек улы ҡапыл вафат булған

Эльдар — 1996 йылда 40 йәшендә яҡты донъя менән хушлашҡан билдәле башҡорт йырсыһы, Опера һәм балет театрының элекке директоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Гәрәевтың улы.

Эльдар Радик улының коллегалары әйтеүенсә, уға инфаркт булған.

«Эльдар бик һәйбәт, изге күңелле кеше ине. Ошо ҡайғылы хәбәр барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Уның дүрт балаһы ҡалды», — тиҙәр мәрхүмдең коллегалары.

Эльдар Гәрәев менән бәхилләшеү сараһы, бөгөн, 2 декабрҙә, була. Уны Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: