Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 12:50

Ҡайҙа шыуабыҙ?

Ҡалала Яңы йылға әҙерлек башланғанын Октябрь һәм Ленин проспекттарындағы ҡупшы шыршыларға ҡарап та белеп була. Бынан тыш, байрам йәмен Стәрлетамаҡта бер нисә урында эшләйәсәк боҙ ҡаласыҡтар, һырғалаҡтар-катоктар ҙа өҫтәр.

Ҡайҙа шыуабыҙ?
Ҡайҙа шыуабыҙ?

Боҙ ҡаласыҡтар Ҡала мәҙәниәт һарайы (Октябрь проспекты һәм Туҡай урамында урынлашҡан биналар алдында), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, “Салауат” кинотеатры, 2-се ҡала дауаха-наһының Патриотик урамында урынлашҡан бинаһы янында, Ю.Гагарин исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, шулай уҡ Шахтау, Строймаш, Первомайский биҫтәләрендә урынлашасаҡ.
Бынан тыш, ҡалала 20 каток буласаҡ. Улар һәр йылдағыса 5-се, 8, 7, 19, 32, 17, 35, 16, 24, 30, 33-сө мәктәптәр, 3-сө башҡорт лицей-интернаты биләмәһендә урынлашасаҡ.


Р. ӘРМЕТОВ.

Автор:
Читайте нас: