Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 14:05

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға хәл иткән. Бөгөн, 7 декабрҙә, ул яҡташтары менән бергә хәрби әҙерлек үтеү урындарына юлланды. Оҙатыу сараһы Өфөнөң Октябрь һәм Совет райондарындағы хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты янында уҙҙы.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Булат Йомаҙилов үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына юлланды

«Булат Ғүмәр улы йәй көнө үк алғы һыҙыҡҡа барырға йыйыныуы хаҡында әйткәйне, ләкин объектив шарттар уға быны иртәрәк эшләргә мөмкинлек бирмәне. Уның ҡарарын хөрмәт итәбеҙ һәм хуплайбыҙ. Был, һис шикһеҙ, ысын ир-егет, ысын илһөйәр ҡылығы»,  — тине төбәк парламенты рәйесе Константин Толкачев.

Был минең конституцион бурысым һәм йөрәгемдең ҡушыуы, тип аңлатты үҙенең ҡарарын халыҡ һайланыусыһы.

«Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайым үҙе теләп фронтҡа киткән. Мин дә бөгөн битараф ҡала алмайым. Был минең конституцион бурысым, Тыуған илемде, үҙ илемдең мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслымын. Мин — запастағы офицер, өлкән лейтенант, шуға алғы һыҙыҡта булырға тейешмен», — тип иҫәпләй Булат Йомаҙилов.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: