Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Декабрь 2022, 12:35

Мобилизацияланған рәсәйҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары нығыраҡ яҡлана

Дәүләт Думаһы Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына мобилизацияланған граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән төҙәтмәне ҡабул итте. Был хаҡта Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте белдерҙе. 

Мобилизацияланған рәсәйҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары нығыраҡ яҡлана
Мобилизацияланған рәсәйҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтары нығыраҡ яҡлана

«Махсус операция бурыстарын үтәгән ваҡытта мобилизацияланғандар өйҙәренә ҡайтҡас эшһеҙ ҡалмаҫына ышанырға тейеш, — тине Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин. — Икенсе уҡыуға төҙәтмә менән ҡануниәткә яңы норма индерелә, уға ярашлы, мобилизацияланғандарҙың элек биләгән вазифаһында йәки хеҙмәткәрҙең квалификацияһына тап килгән башҡа вакантлы вазифала эшләүгә өҫтөнлөклө хоҡуғы һаҡлана».

Был норма 2022 йылдың 21 сентябренән барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: