Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Декабрь 2022, 12:05

Шайморатов батальоны яугирҙәрен ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ебәргәндәр

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 декабрҙә үҙенең телеграм-каналында Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәрен фронт һыҙығынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сығарыуҙарын хәбәр итте. 

Шайморатов батальоны яугирҙәрен ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ебәргәндәр
Шайморатов батальоны яугирҙәрен ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ебәргәндәр

 Уларҙың һаулығын тикшереү өсөн табиптар ебәрелгән.

«Әле Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһына командировкаға килгән табиптар — кардиолог, ультратауыш диагностикаһы табибы (УЗИ, ЭКГ), травматолог-ортопед, оториноларинголог, офтальмолог, хирург, шәфҡәт туташтары ҡабул итә. Бер нисә көндән уларға республиканан күсмә стоматология комплексы һәм төрлө йүнәлешле стоматологтар ҡушыла, — тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. — Вәғәҙә иткәнебеҙсә, хәрбиҙәребеҙгә ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ».

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: