

«Башҡортостан һәр саҡ үҙенең геройҙары менән дан тотто», — тине Радий Хәбиров, осрашыуҙы асып.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән батырлығы өсөн 284 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Республика халҡы ил президенты Владимир Путинға тарихи ғәҙеллекте тергеҙгәне өсөн рәхмәтле, тип билдәләне республика етәксеһе. Радий Хәбиров 11 октябрҙә Совет майҙанында легендар комдивҡа һәйкәл асылыуын, бының Тыуған ил өсөн һуғышта һәләк булғандарҙы хәтергә алыу һәм уларға хөрмәт белдереү билдәһе булыуын әйтеп үтте.
Бөгөн дә яугирҙәребеҙ ҡаһарманлыҡ эстафетаһын дауам итә. 2000 йылдың яҙында Чечен Республикаһы тауҙарында Рәсәй Геройы Александр Доставалов халыҡ-ара террорсыларға ҡаршы алышта батырҙарса һәләк булды. Махсус хәрби операция барышында өлкән лейтенант Игорь Нәсибуллинға, прапорщик Тамерлан Илһамовҡа, өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Үҙ ғүмерен ҡорбан иткән Рәсәй геройҙарын һәм бөтә яугирҙәребеҙҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
«Кисә ил президенты Владимир Путин тағы ла бер яҡташыбыҙ, Бөрөлә тыуып үҫкән майор Борис Александрович Дудкоға Рәсәй Геройының «Алтын Йондоҙ»он тапшырҙы. 76-сы гвардия десант-һөжүм итеү дивизияһының 124-се айырым танк батальоны командиры урынбаҫары майор Дудко махсус хәрби операция барышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән», — тине Радий Хәбиров.
Башинформ.