

Бөтәһенә лә билдәле булыуынса, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында йәрәхәтләнеүен иҫкәртеү, урамда үҙеңде тотоу мәҙәниәтен тәрбиәләү - бөгөнгө көндөң көнүҙәк бурыстары.
5-се һанлы балалар баҡсаһында мәктәпкәсә йәштәге балалар менән тәрбиә-һауыҡтырыу эштәре сиктәрендә "Иғтибар, балалар!" юл грамотаһы аҙналығы үтте.
Педагогтар балаларға юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өйрәтеү буйынса фәһемле әңгәмәләр, һәләтте үҫтереүсе һәм хәрәкәтсән уйындар үткәрҙе.
Йәмәғәт инспекторы А.М. Саттарова, музыка етәксеһе Шаталина Е.А. һәм тәрбиәселәр Коваленко О.Ф. һәм Наурузов З.А. "Белмәҫйән ҡалала" күңел асыу сараһын ойошторҙо һәм уҙғарҙы. Балалар шиғыр ятланы, йыр йырланы, "Светофорға ут төрт", "Тыйам - рөхсәт итәм", "Ситуациялар", "Жезлды кем тиҙерәк тапшыра" конкурстарында ҡатнашты.
Аҙна аҙағында ижади эштәр күргәҙмәһе ойошторолдо, унда балалар һүрәттәр ярҙамында алған белемдәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәтте.
Муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы "5-се һанлы балалар баҡсаһы" уҡытыусы-дефектологы Ғәлиәскәрова В.Р., тәрбиәсеһе Саттарова А.М.