Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Декабрь 2022, 07:15

Рөстәм Нәбиев Килиманджароны яуланы!

Рөстәм Нәбиев Килиманджароның үренә етеп, унда Башҡортостан флагын ҡаҙаны. Быға тиклем ул Эльбрус һәм Манаслу тауҙарын "яулағайны".

Рөстәм Нәбиев Килиманджароны яуланы!Рөстәм Нәбиев Килиманджароны яуланы!
Рөстәм Нәбиев Килиманджароны яуланы!

Килиманджораға күтәрелеүе тураһында Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙа: "Был экспедиция ошоға тиклем булғандарына ҡарағанда иң ҡатмарлыһы һәм ауыры булды. Бында бер ниндәй техника ла, һине әҙерәк алып барырлыҡ йөк аттары һ.б. юҡ. Мин ҡулдарымда үргә тиклем һәм аҫҡа төшкән юлды үттем. Был минең физик сынығыуымды, әҙерлегемде һынаған күтәрелеү булды. Хәлем тулыһынса бөттө. Әммә был минең өсөн алдағы ҙур һынауға әҙерлек булды. Сөнки киләһе йылдың апрелендә планетабыҙҙың иң юғары нөктәһе - Эверестҡа күтәрелергә теләйем".

Рөстәм Нәбиев Килиманджаронан төшкәндән һуң дауаханаға эләккән. Был турала ул социаль селтәрҙә хәбәр итте. Рөстәмдең һүҙҙәренсә, уның эсе ныҡ итеп ауыртҡан.

– Ашығыс рәүештә машинала урындағы дауаханаға килтерҙеләр. Хәлем минут һайын насарая барҙы. Температурам ҡырҡҡа күтәрелде. Миңә система ҡуйҙылар, ауыртыныу бөттө, температураны төшөрҙөләр, – тип яҙған Нәбиев.

Бер аҙ ваҡыттан ул хәле яҡшырыуы тураһында хәбәр итте. Урындағы табиптар яҡташыбыҙға яҡынса ике диагноз ҡуйған: нерв ҡыҫылыуы йәки эсәк спазмаһы.

– Яҡты донъя менән хушлашҡайным. Индираға [ҡатыны] васыят тураһында әйттем, – тип яҙа яҡташыбыҙ.

Әле Рөстәм Нәбиевтың хәле яҡшырған. Дауахананан сыҡҡас, уны ҡалала йәшәүселәр вулканға күтәрелеүе менән ҡотлаған.

Автор:
Читайте нас