Быйыл йыл башынан бирле туғыҙ ай эсендә Башҡортостан Республикаһының Төркиә менән тауар әйләнеше 2021 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 41,7 процентҡа артҡан, ә экспорт 38,8 процентҡа, импорт – 64,3 процентҡа артҡан. Был турала Башҡортостан тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итә.
Башҡортостан Республикаһының дөйөм сауҙа әйләнеше күләмендә сауҙа партнеры булған 113 ил араһында Төркиә 6-сы урында тора.
Төркиәлә Башҡортостан вәкиле Марат Танһыҡҡужин Рәсәй Федерацияһының Сауҙа вәкиллегендә икенсе хеҙмәткәр статусында эшләй. Уның ярҙамы менән республикаға дөйөм суммаһы 2,5 миллиард һум самаһы булған бер нисә инвестиция проекты йәлеп ителә, беренсенән, был Өфө индустриаль паркы һәм Алға территорияларында пластик торбалар һәм йылытыу аккумуляторҙары етештереүҙе ойоштороу буйынса Sanica Pipe компанияһының ике инвестиция проекты», - тине Маргарита Болычева.
2021 йылдың декабрендәге мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Төркиәнән тура инвестициялар буйынса бишенсе урынды биләй. Был турала Мария Суворовская «Рәсәй-Төркиә диалогы» берекмәһе рәйесе һөйләне. Халыҡ-ара эш аҙналығы-2022 сиктәрендә ул «Башҡортостан – Төркиә: яңы ысынбарлыҡта сәнәғәт диалогы» бүлегендә ҡатнаша.
14 декабрҙән 16-на тиклем Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы була. Оло ваҡиға өс меңдән ашыу белгесте – власть вәкилдәрен, эшҡыуарлыҡ йәмғиәттәрен һәм төрлә өлкәләрҙәге эксперттарҙы берләштерәсәк. Форумда 50 -нән ашыу сара үткәреү, федераль һәм 20-нән артыҡ илдән халыҡ-ара кимәлдәге 500-ҙән ашыу спикерҙың сығыш яһауы планлаштырылған. Фекер алышыу өсөн тәғәйенләнгән темаларҙың береһе – яһалма интеллект технологияларын индереү. Уға “Башҡортостан Республикаһында “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә “эффективность.рф” һанлы ҡарарҙар платформаһын индереү” сессияһы арналасаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.