

Илдәге яңылыҡтар менән танышып барыусылар бер тәүлек эсендә тигәндәй өс урында – Нижневартовскиҙа, Заволжьела һәм Ярославлдә булған хәлдәр тураһында хәбәрҙарҙыр, ә декабрь башында Назрандә газ шартлау осрағы теркәлде. «Көнкүрештә газ шартлауға бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн күп фатирлы йорттарҙа датчиктар ҡуйырға кәрәк», – ти белгестәр. Эйе, был – һөҙөмтәле сара, әммә ҡиммәт һәм ярайһы уҡ ваҡыт талап итә. Шуға күрә башҡа төрлө хәүефһеҙлек сараларын да барлау зарур.
Газ ни өсөн шартлай?
Белгестәр фажиғәгә килтергән биш төп сәбәпте билдәләй. Уларҙың барыһы ла битарафлыҡҡа һәм «ярай, бер нәмә лә булмаҫ әле» тип, бошмайынса йөрөүгә бәйле.
Беренсе киң таралған сәбәп – пропан тултырылған баллондарҙы хәүефле шарттарҙа һаҡлау. Иҫке һауыттар йылдар буйы соланда, подвалда, хатта балконда ята бирә. Һауаға таралған газға тоҡаныу өсөн осҡон да етә. Йыш ҡына кешеләр һыуыҡта ятҡан баллонды йылыға индерә. Температураның үҙгәреүе матдәнең киңәйеүенә һәм шартлауға килтерә.
Икенсе урында – ҡорамалдарҙы дөрөҫ урынлаштырмау. Эҫе торба йәки йылытыу ҡорамалдары янындағы баллондың ҡыҙыуы йәки ҡолауы ла шартлауға килтереүе ихтимал.
Өсөнсө сәбәп – магистраль газ үткәргестәге өҙөклөктәр, монтажлау мәлендә ебәрелгән хаталар – торбалар- ҙы ялғау урынындағы хилафлыҡтар, шлагтарҙың туҙыуы, плитәнең дөрөҫ тоташмауы. Ошонда уҡ өҫтәмә ҡорамалдарҙы законһыҙ рәүештә тоташтырыу ҙа инә.
Дүртенсеһе – тоҡандырылған газ плитәһе өҫтөнә һыу йәки башҡа шыйыҡса түгелеүе. Ошо сәбәпле газ һүнә, әммә бүлмәгә таралыуын дауам итә. Уның тоҡанып китеүенә бәләкәй генә осҡон да етә. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар йыш ҡына шундай осраҡтарҙың шаһиты була: күп фатирлы йортта йәшәүселәр газ плитәһен тоҡандырып, өйөн йылыта, кейем киптерә, аш йылытырға ҡуйып, ҡайҙалыр сығып китә йәки ятып йоҡлай...
Бишенсе сәбәп – иҫке баллонды ниндәйҙер маҡсатта файҙаланырға – мангал, мейес йәки башҡа берәй нәмә эшләргә теләүселәр. Бындай һаҡсыл әҙәмдәр, үҙ хәүефһеҙлеген уйламай, баллонды ҡырҡа башлай, ә уның эсендә һәр ваҡыт ҡалдыҡ газ була – был бик ҡурҡыныс!
Именлек өсөн нимәләр хаҡында белергә кәрәк
Техник хеҙмәтләндереү, ҡорамалдарҙы урынлаштырыу, күсереп ултыртыу, үҙгәртеү менән тик белгестәр генә шөғөлләнергә тейеш! Бәлки, уларҙың хеҙмәте күрше урамдағы Илфат ағайҙыҡынан аҙыраҡ ҡиммәтерәк тә булыр, уның ҡарауы хәүефһеҙ. Был осраҡта гарантия ла бирелә.
Ғәҙәттә, йылына бер тапҡыр техник хеҙмәтләндереү үткәрелә һәм был эштәрҙе башҡарыу өсөн газ хеҙмәткәрҙәрен фатирға йәки йортҡа индерергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта өй һайын йөрөп, кешенән аҡса йыйған мутлашыусыларҙан да һаҡ булығыҙ! Беренсенән, газ хеҙмәткәрҙәренең тикшереүе – бушлай, икенсенән, әгәр нимәлер һатып алырға, алмаштырырға кәрәкһә, был сумманы фатир өсөн түләүгә ҡушып ебәрәсәктәр.
Көнкүрештә ҡулланған газ һауанан ике тапҡыр еңелерәк, ул бүлмәнең өҫкө өлөшөндә йыйыла. Елләтеү системаһы дөрөҫ эшләһә, ул тиҙ арала урамға сығарыла. Шуға күрә плитәне тоҡандырған ваҡытта форточканы асығыҙ йәки һауа һурғысты тоҡандырығыҙ.
Ғәҙәттә, газ баллон менән йомшаҡ шланг тоташҡан урындан сыға башлай. Әгәр берәй етешһеҙлек күрһәгеҙ, шул урынды еүеш сепрәк менән ҡаплағыҙ, ә баллонды урамға сығарырға тырышығыҙ. Бик тә булмаһа, бүлмәне елләтегеҙ.
Баллонда ут сатҡыһы күрһәгеҙ, өрөп һүндереп маташмағыҙ, был шартлауға килтерәсәк! Ҡулығыҙҙы еүеш сепрәк менән урап, кранды ябырға тырышығыҙ. Быны эшләү мөмкин булмаһа, янғын хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Янған баллон һүнгәндән һуң һыуынғансы шул урында ултырһын, ҡапыл шылдырыуҙан да шартлау сығыуы ихтимал.
Газ торбаларына кер элеү өсөн бау бәйләмәгеҙ, уларҙы ергә тоташыу (заземление) өсөн ҡулланмағыҙ. Газ торбаларындағы етешһеҙлекте үҙаллы төҙәтеп маташмағыҙ. Эш ҡоралы яңылыш сыйылып, осҡон сығарыуы бар.
Фатирҙа газ еҫен һиҙеү менән кранды ябығыҙ! Тәмәке тартмағыҙ, шырпы, ут, электр ҡорамалдарын тоҡандырмағыҙ (щиттан фатирға электр килеүҙе туҡтатыу – тағы ла яҡшыраҡ).
Ишекте, тәҙрәләрҙе асып, фатирҙы яҡшы итеп елләтегеҙ. Үҙегеҙ торлаҡтан сығып, газ еҫе бөткәнсе инмәй тороғоҙ. Янығыҙҙағы кешеләр, йән эйәләре газ менән ағыуланһа, тиҙ арала саф һауаға алып сығығыҙ. Баш өлөшөн ҡалҡыуыраҡ итеп, берәй уңайлы урынға һалығыҙ һәм тиҙ арала «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ.