Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Декабря 2022, 08:10

1 ғинуарҙан балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

2023 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда мәктәпкәсә учреждениела баланы ҡараған өсөн айлыҡ түләү күләме арта. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажиндың бойороғо буйынса сумма 1937 һум 40 тин тәшкил итәсәк.

1 ғинуарҙан балалар баҡсаһы өсөн түләү арта1 ғинуарҙан балалар баҡсаһы өсөн түләү арта
1 ғинуарҙан балалар баҡсаһы өсөн түләү арта

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда айлыҡ түләү 1819 һум 13 тин кимәлендә билдәләнгәйне.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Владимир Путин президент ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет ултырышында 2023 йылдың аҙағына 3 йәшкә тиклемге бөтә балалар ҙа яслелә урындар менән тәьмин ителәсәге хаҡында белдерҙе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас