

«Рәсәй Геройы исеме – минең генә түгел, ә иңгә-иң терәшеп, ҡуйылған бурыстарҙы үтәгән шәхси составымдың, дуҫтарымдың һәм иптәштәремдең ҡаҙанышы, – тине Степан Белов. – Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыс үтәгән һәр кем – герой, фиҙакәр рәүештә ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн көрәшә һәм дөйөм тарихыбыҙҙы яңынан яҙырға мөмкинлек бирмәй».
Степан Белов 1996 йылдың 14 июнендә тыуған. Мәктәптән һуң Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға ингән һәм уны 2018 йылдың декабрендә тамамлаған.
2019 йылдың ғинуарында лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә башлай. 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Әлеге ваҡытта батальон штабы начальнигы вазифаһын биләй.
Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, махсус операция зонаһында, офицер дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, ул танк тоҫҡаусыһы-операторы вазифаһын биләй, сөнки былай яу яланын күҙәтеү, йүнәлешт алыу, хәлде баһалау һәм хәрбиҙәргә бурыстар ҡуйыу еңелерәк. Уның ротаһының оҫта эш итеүе һөҙөмтәһендә 20 танк, туғыҙ БМП, әллә күпме дошман һалдаты юҡ ителгән.
Степан Белов шулай уҡ Суворов миҙалы, ике Батырлыҡ ордены, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы менән бүләкләнгән.
Башинформ.