Яңы йыл байрамына әҙерлек бер-нисә номинация буйынса баһалана – иң яҡшы биҙәлгән аҙыҡ-түлек һәм аҙыҡ-түлек булмаған сауҙа объекттары, сауҙа үҙәктәрен, йәмәғәт туҡланыуы объекттары, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары, стационар булмаған сауҙа объекттары һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса объекттар, белем биреү учреждениелары.
Витриналарҙы, ингән урындарҙы декоратив-художестволы һәм яҡтылыҡ менән биҙәү, Яңы йыл атрибуттары, интерьерҙа Яңы йыл тематикаһы, биҙәүҙә яңы алымдар ҡулланыу - былар барыһы ла иҫәпкә алына.
Сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәтләндереүе объекттарын сауҙа залын Яңы йыл тауарҙары ассортименты менән биҙәү, байрам акциялары, декабрь айында ташламалар яһау хупланыла. Биҙәү эштәренән фотоларҙы һәм ҡатнашыуға ғаризаны электрон почтаға ебәрә алаһығыҙ.
Сауҙа һәм көнкүреш хеҙмәтләндереү бүлеге