

«Хәрбиҙәр менән осрашыуҙан һуң оло ихтирам тойғоһо менән ҡайтып киләм. «Доставаловсылар», «шайморатовсылар», республикабыҙҙан мобилизацияланған егеттәр менән күрештек. Рәсәй гвардияһы бүлексәләренең береһендә Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө батальон менән аралаштыҡ. Беҙ яугирҙәребеҙгә кәрәк-яраҡтар тейәлгән сираттағы гуманитар йөк алып килдек. Техника ла бар. Иң ҡәҙерлеһе – өйҙән килгән хаттар, туғандары һәм яҡындары ебәргән посылкалар», – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Был егеттәр – беҙҙең геройҙар, республика уларҙың һәр береһе менән ғорурлана, тине республика етәксеһе.
«Егеттәребеҙ иһә Башҡортостан менән ғорурланыуҙарын белдерҙе һәм республикала йәшәүселәргә сәләм еткереүебеҙҙе һораны. Бөтәһенең дә иҫән-һау өйҙәренә ҡайтыуҙарын көтәбеҙ, еңгәндән һуң Башҡортостан һәм тотош Рәсәй именлеге өсөн иңгә-иң терәшеп эшләрбеҙ тип вәғәҙә бирәбеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы «Донбасс. Башҡортостан батальондары. Хроника» рубрикаһында яугирҙәребеҙ хаҡында ентекләберәк һөйләргә вәғәҙә бирҙе.
Башинформ.