Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
29 Декабря 2022, 13:05

БӨТӘ КОЛЛЕКТИВ МЕНӘН “АШҠАҘАР”ҒА!

Беҙ, гәзит сығарыусылар, “себеште” ҡыш һанарға күнеккәнбеҙ һәм бына, ниһайәт, баҫма данаһын барларға ла ваҡыт етте.

БӨТӘ КОЛЛЕКТИВ МЕНӘН “АШҠАҘАР”ҒА!БӨТӘ КОЛЛЕКТИВ МЕНӘН “АШҠАҘАР”ҒА!
БӨТӘ КОЛЛЕКТИВ МЕНӘН “АШҠАҘАР”ҒА!

Ошондай еңел булмаған заманда ла гәзит данаһы тотороҡло һаҡланып ҡалыуын күреп, “Ашҡаҙар” тип ҡайғырған уҡыусыларыбыҙ, коллективтар, етәкселәр – рухи дуҫтарыбыҙ барлығына ҡыуанып ултырабыҙ!

Әлбиттә, тәү сиратта, ҡала хакимиәте ярҙам күрһәтеүе, ҡала етәксеһе Рөстәм Ғәзизов үҙе үк ветерандарға һәм үҙенә гәзит яҙҙырыуы күңелгә дәрт, илһам өҫтәмәй ҡалмай, эшебеҙгә ҙур баһа! Бынан тыш, Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе, Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы, 3-сө Башҡорт лицей-интернаты, Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия, 62-се балалар баҡсаһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы (бигерәк тә башҡорт һәм төрки филологияһы, педагогика һәм психология фа-культеттары), насар ишеткән һәм һаңғырау балалар тәрбиәләгән Стәрлетамаҡ коррекцион мәктәп-интернат, 23-сө полилингваль мәктәп, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы, “Вәлитдин” мәсете һәр ваҡыттағыса беҙҙең тоғро дуҫтарыбыҙ булып ҡала! Әлбиттә, был исемлеккә инмәгән күпме дуҫтарыбыҙ бар әле беҙҙең! Улар хаҡында ла сәбәбе сыҡҡан һайын һүҙебеҙ булыр әле.

Шуныһы ла ҡыуаныслы: ҡайһы бер ойошмалар, учреждениелар “Ашҡаҙар” гәзитенә тотош коллективы менән яҙылды! Улар араһында һеҙ һүрәттә күргән 7-се мәктәп тә бар.
Әйткәндәй, бүләк уйнатыу һөҙөмтәләре киләһе йылдың ғинуар айында билдәле буласаҡ, квитанциялар күсермәһен көтөп ҡалабыҙ!
Хөрмәтле дуҫтар, һәммәгеҙгә бергә бул-ғанығыҙға ҙур рәхмәт еткереп, алдағы йылда һаулыҡҡа, бәхеткә һәм уңыштарға төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, милләттәштәр!
Яңы йыл менән!


Иң изге теләктәр менән, “Ашҡаҙар”ҙар.

Автор:
Читайте нас