Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Декабрь 2022, 07:05

ТӨП ВАҠИҒА – ХАЛЫҠ БЕРҘӘМЛЕГЕ

Радий Хәбиров 2022 йылдың мөһим мәлдәрен атаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән декабрь аҙағында һәр йылдағыса республиканың үҙәк телеканалдары ҙур әңгәмә ҡорҙо. Радий Фәрит улы әңгәмә барышында Башҡортостанда 2022 йылдың төп ҡаҙаныштарын һәм ваҡиғаларын атаны. Республика  етәксеһе менән әңгәмәне беҙҙең сайтҡа инеп уҡығыҙ.

– Мин һәр ваҡыт республикабыҙ берҙәм булһын,  кешеләр бер-береһен хөрмәт итһен һәм уларҙың берҙәм ҡиммәттәре булһын (улар бер бөтөн булһын)  өсөн тырышам һәм 2022 йылда был күренеш килеп етте, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әлбиттә, быға беҙҙең егеттәребеҙ, шул иҫәптән Башҡортостандыҡылар махсус хәрби операция барышында илебеҙҙе яҡлап китеүе булышлыҡ итте, сәбәпсе булды. Шуға күрә минең төп бурысым булып үҙебеҙҙең һалдаттарыбыҙға, мобилизацияланыусыларға, доброволецтарға ярҙам итеү тора. Был эшкә беҙ айырыуса иғтибар бирҙек. Уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларының йәйелдерелгән  системаһын булдырҙыҡ, – тине ул.

– Ысынлап та беҙ берләштек. Беҙҙә аңлашылмаусанлыҡтар кәмей төштө. Беҙ илебеҙ ниндәй, уның өсөн беҙ ниндәй әһәмиәткә эйә, уға ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуыбыҙ тураһында уйлана башланыҡ. Беҙҙә кешеләр ниндәй икәнлеге тураһында аңлай башланыҡ. Өлкән быуын кешеләре  йыш ҡына йәштәргә зарланыусан. Ә бөгөнгө 20, 25, 30 йәшлек егеттәргә  ҡарағыҙ әле – улар танктарҙа яналар, атакаға ла баралар, үҙ кәүҙәләре менән гранаталарҙы ҡаплайҙар, – тине Радий Хәбиров. –  Башҡортостанда был ерҙә йәшәүсе халыҡтарҙың традициялары бик көслө – үҙ-ара ярҙам, үҙ-үҙеңде ҡорбан итеү, Тыуған илгә һөйөү. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, был ысынлап та шулай. Беҙ һәр ваҡыт илебеҙ мәнфәғәттәре һағында булдыҡ. Беҙ оло сәнәғәт ярҙамы сығанағы булдыҡ: беҙҙең авиация кәрәсине, дизель яғыулығы, двигателдәр – әллә күпме һанай алам. Һуңғы ваҡытта ғына ла беҙгә Донбастан 800-ҙән ашыу мәжбүри күскенселәр килтерелде. Кемдер ваҡытлыса лагерҙарҙа, кемдер туғандарында көн күрә, күптәре эш тапты. Был кешеләр беҙҙә үҙенең яңы  Ватанын табыр, тип уйлайым.  

***

Башҡортостан Башлығы  Радий Хәбиров оло әңгәмәлә, имеш, ул  Донбасҡа күсеп китергә йыйына икән тигән хәбәрҙең имеш-мимеш хәбәр булыуын  әйтте.

– Был хәбәр ҡайҙан килеп сыға  икән, кемгә кәрәк икән ул – аңлап етмәйем. Күрәһең, лаҡап таратҡандар. Кем әйтмешләй, «төшкә тиклем совет гәзитен уҡымай тороғоҙ». Башҡортостандан бер ҡайҙа ла китергә йыйынмайым, – тип баҫым яһаны Радий Хәбиров. – Әлбиттә, төбәктең яҙмышын уның етәксеһе менән генә бәйләргә ярамай. Бер нигә ҡарамаҫтан, Башҡортостан алға барырға тейеш. Ҡайһы бер процестарҙы яйға һалырға (көйләргә), көсәйтергә, ҡайҙалыр  энергия өҫтәргә мөмкин. Йәнә бер тапҡыр ҡабатлайым: мин дәүләт хеҙмәтендәмен. Әгәр ҙә ил етәкселеге: «Радий Фәрит улы, тегендә эшләгеҙ, бында эшләгеҙ», - тип ҡуша икән, мин иһә шинелемде алам да, бер һүҙһеҙ шунда китәсәкмен. Беҙҙең хәрби хеҙмәт булмаһа ла, барыбер шул уҡ принциптар.

Республика етәксеһе Башҡортостанды Донбасс менән күп йыллыҡ үҙ-ара мөнәсәбәттәр тарихы бәйләүен дә иҫкә төшөрөп үтте.

– Рәсәй  Президенты Хакимиәтендә эшләгән йылдарҙа уҡ мин әле яңы төбәктәрҙе етәкләүсе кешеләр менән танышҡайным. Мәҫәлән, Денис Пушилин менән эшлекле хеҙмәттәшлек дуҫлыҡҡа әйләнде, – тип һөйләне Радий Хәбиров. – Мин һәр саҡ уның батырлығына һоҡланам, күрешеп хушлашҡанда гел бер генә һүҙ әйтәм: «Үҙеңде һаҡла, беҙ һинең өсөн доға ҡылабыҙ».

***

Төбәк етәксеһе үҙенең интервьюһында Ағиҙел аръяғы һәм Ҡариҙел аръяғы биләмәләре үҫеше буйынса пландар тураһында ла һөйләне. Торлаҡ төҙөлөшөн дәртләндереүгә йүнәлтелгән «Стимул» федераль программаһы буйынса  был райондарҙа инженерлыҡ инфраструктураһын һуҙыу – һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү эштәре бара. Ошо маҡсатта республика федераль бюджеттан 10 млрд һум алды.

***

Ишембай һәм  Стәрлетамаҡ райондарындағы «Алға»  махсус иҡтисади зона биләмәһендәге  еңел сәнәғәт предприятиеларының үҫеш планына ҡағылышлы һорау ҙа булды.

– Махсус иҡтисади зона биләмәһендә (ОЭЗ) бирсәткәләр һәм махсус кейем тегеүсе ике предприятие эшләй. Былар етди контракт менән эшләүсе ныҡлы производстволар. Йәнә лә бер резидент  бар – ZASPORT, улар  Рәсәй олимпия йыйылма командалары өсөн спорт экипировкаһы тегә. Компания ҡәтғи һайлап алыу үтте, унда эшселәр ныҡлы һайлап алынды. Баҙарҙа продукцияның юғары сифаты һәм элегантлығы (ҡупшылығы) баһалана. Минең хыялым уны беҙҙең  республикаға  «тартып» алыу ине. Инвестор төҙөй, технологик йыһаздар һатып алынды. Производствоны   2023 йылдың март айында эшләтеп ебәрергә планлаштырабыҙ, – тип һөйләне Радий Хәбиров.

Әйткәндәй,  республика Башлығы үҙендә лә ZASPORT Рәсәй  брендының спорт костюмы барлығын әйтеп үтте.

– Миңә уларҙың ҡыҙыҡлы моделдәре, сифатлы туҡымалары һәм тегелеше бик оҡшай. Беҙ үҙебеҙҙең йыйылма командаларыбыҙҙың  иғтибарын был продукцияға  йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ, – тип билдәләне  Радий Хәбиров. – Тағы ла бер миҫал килтерәм  – Нефтекама бренды HOME. Ул миңә бик оҡшай.

***

Башҡортостан Башлығына  США, Канада, Великобритания һалған шәхси  санкциялар республика иҡтисадына бер нисек тә тәьҫир итмәй.

– Шәхси санкциялар кемдәрҙең сит илдә иҫәбе, активтары, күсемһеҙ милке бар – шулар өсөн ҡыйын. Минең уның һымаҡ нәмәләрем юҡ. Шуға күрә мин был санкцияларға  ирония һәм аптырау менән ҡарайым, – тине Радий Хәбиров. – Күптән түгел Украина мәғлүмәт-психологик операция үҙәгенән, сит илдә минең бер ниндәй ҙә иҫәптәрем булмаһа ла, имеш,  Радий Хәбировтың иҫәптәре тартып алынасаҡ тип,  йәнәһе лә мине АҠШ-тың  санкция исемлегенә индергәндәр, тигән ялған хәбәр тараттылар. Бындай уйҙырма атакаларға мин ирония менән ҡарайым.

***

Радий Хәбиров  санкция баҫымын ышаныс менән еңеп сығыусы  «Башҡорт сода компанияһы» потенциалы һәм мөмкинлектәрен юғары баһаланы.

– «БСК» бөтә илгә эшләй. Ул 1-се номерлы кальцинирланған сода етештереүсе. Һис һүҙһеҙ, компания республикаға ла эшләй. Уның эшмәкәрлегендәге  статистик күрһәткестәргә генә ҡарау ҙа етә: килем, дөйөм табыш, үҫеш –  быларҙың барыһы ла беҙҙе ҡыуандыра. Башҡортостан «БСК»-нан  дивиденд рәүешендә 3,2 млрд һум алды, хәйриә  проекттарына 1 млрд һум бүлделәр. Дивидендтарҙың күләме буйынса был  республикала «Башнефть»тән ҡала икенсе компания. «БСК» ирекмән (доброволецтарҙан торған) батальондарҙы экипировка менән тәьмин итеүгә лә  байтаҡ аҡса бүлде, тине Радий Фәрит улы. – Компания бөгөн  санкциялар арҡаһында ҡыйынлыҡтар кисерә. Әммә сода сәнәғәтенә ихтыяж ҙур. Ошондай шарттарҙа  «БСК» менеджментынан ҙур оҫталыҡ талап ителә. Һәм улар алға ҡуйылған бурыстарҙы еңеллек менән үтәй, үҙ продукцияһын һатыу өсөн мөмкинлектәр таба. Рәсәй  Президенты беҙҙең алға өс бурыс ҡуйҙы –производствоны модернизациялау, йыйылған экологик зыянды юҡ итеү, хеҙмәт шарттарын насарайтыуға юл ҡуймау. Быларҙың барыһы ла эшләнә. Беҙҙең бурысыбыҙ – «БСК» менән бергәләп  ошо еңел булмаған юлды үтеү һәм алға ҡуйылған пландарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итеү.

***

 «Башҡорт сода компанияһы» һәм башҡа химия производстволары өсөн сеймал базаһы үҫеше тураһында һөйләгәндә республика Башлығы шихандар  биләмәләренә бер ниндәй ҙә хәүеф янамай, тип белдерҙе.

– Улар тураһында сеймал сығанаҡтары итеп ҡарарға маташыу алдан күрә белмәүсәнлек ул. Бөгөн беҙ был объекттарҙы  мөмкин тиклем яҡларға –ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерергә тырышабыҙ. Ҡуштау, Торатау һәм Йөрәктау шихандары беренсел исемлеккә индерелгән дә инде. Бында ғына туҡталып ҡалмайынса, ошо юҫыҡта артабан да эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

***

Башкортостан Башлығы махсус хәрби операция ваҡытында һәләк булған егеттәребеҙ менән бәхилләшергә барған һайын кисергән кисерештәрҙең еңел булмауы тураһында һөйләне.

– Яҡындарын юғалтыу ҡайғыһын һәм күңел һыҙланыуын бер ниндәй һүҙ менән дә йыуатып булмай. Әммә һәләк булған яугир менән хушлашыу тантанаһына республика Башлығы килеп, яугирҙы бөтә хәрби хөрмәт менән ерләйҙәр икән, уның ата-әсәһе, яҡындары  һәм дуҫтары, уның юҡҡа ғына үлмәүен,  Тыуған илен яҡлап батырҙарса  һәләк булыуын аңлайҙар. Һәм ошо тойғо саҡ ҡына булһа ла һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам итә, – тине Радий Хәбиров. – Яуҙа һәләк булғандар тураһында хәтер оҙаҡ йылдар һаҡланырға тейеш. Беҙ уларҙың ғаиләләре тураһында даими хәстәрлек күреп торорға, улар менән бергә булырға тейешбеҙ.

***

Төбәк етәксеһе  Өфөлә быйыл көҙ  Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылған Совет майҙаны үҫеше тураһындағы пландары тураһында ла хәбәр итте. Атап әйткәндә, Башҡортостан Башлығы майҙандың исеме үҙгәртеләсәкме-юҡмы – ошо һорауға яуап бирҙе.  

– Майҙандың бик матур исеме бар – барыһы ла уны  Совет майҙаны тип белә. Уны алмаштарауҙың кәрәге юҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Шулай уҡ майҙанға почётлы ҡарауыл кәрәк микән – республика халҡы менән кәңәшләшергә теләйем. Был оло патриотик әһәмиәткә эйә булған  матур йола (ритуал), беҙ уны индерә алабыҙ – ундай тәдимдәр бар.

Майҙанды һәм уның тирә-яғын үҙгәртеп ҡороу тамамланмаған әле.  Совет майҙанын “йәнләндерергә” кәрәк. Артабанғы планда  – туристарҙы йәлеп итеү өсөн  Совет урамында Октябрь Революцияһы урамы киҫешкән ергә тиклем шәмдәлдәр  ҡуйыу, визит-үҙәктәр һәм кафе төҙөү, музейҙар, башҡа нөктәләр асыу.

***

Салауат Юлаев һәйкәле тураһында һөйләгәндә, уны тергеҙеүҙе Өфөнөң 450 йыллығына бәйләргә кәрәкмәй, Радий Хәбиров әйтеүенсә, был эшкә яуаплылыҡ менән  һәм төптән уйлап тотонорға кәрәк.

– Салауат Юлаевҡа һәйкәл  – ул беҙҙең бөйөклөгөбөҙ, беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Барыһын да дөрөҫ эшләр өсөн башта ныҡлы уйларға кәрәк. Йәйгеһен беҙ тикшеренеүҙәр өсөн махсуслаштырылған  фирма менән контракт төҙөнөк. Ул проект эштәрен уҙғара. Был ғәйәт ҙур интеллектуаль аҡыл хеҙмәте.

2023 йылдың мартында ғына беҙ экспертиза менән  проект аласаҡбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Бында ниндәйҙер датаға тап килтерер өсөн ашыҡ-бошоҡ эшләргә ярамай. Шуға күрә тәүге этап – проект. Унан һуң подрядсы  эҙләйәсәкбеҙ, артабан белемле экспертиза уҙғарырға кәрәк. Атлы һындан тыш, һәйкәлдең нигеҙенә бәйле һорауҙар күп. Ғәжәп бөйөк титаник хеҙмәт – һүҙ бында йөҙләгән генә  миллион һум тураһында бармай. Шуға күрә Өфө командаһына  һәйкәлде тергеҙеүҙе ҡала юбилейы менән бәйләмәҫкә тәҡдим итәсәкмен.

***

Башҡортостан Башлығы  интервьюла «Әр-Рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөп бөтәсәк, тип белдерҙе. Әммә был  объекттағы тергеҙеү эштәре 2026 йылдан да алдараҡ башланмаясаҡ. Мәсетте төҙөп бөтөү өсөн  2 миллиардтан алып 4 милиард һумғаса аҡса кәрәк. Өҫтәүенә, бюджеттан тыш аҡсалар булырға тейеш. Әлегә беҙ хәрби хеҙмәттәгеләргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тейешбеҙ.

***

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙҙың беренсе  Президенты Мортаза Рәхимов менән аралашыуын дауам итә. Был турала ул әңгәмәлә белдерҙе.

– Беҙ яңыраҡ Мортаза Ғөбәйҙулла улы яныннда булдыҡ. Ул бер аҙ ауырып тора. Мин уға  республика халҡынан сәләм еткерҙем. Беҙ уға башҡарған эштәре өсөн рәхмәтлебеҙ һәм һәр саҡ оло ихтирам менән ҡарайбыҙ, – тип ышандырҙы Радий Хәбиров.

***

Яңы йылға аяҡ баҫырға һанаулы ғына көндәр ҡалды.  Башҡортостан Башлығы республика халҡын етеп килгән байрам менән ҡотланы һәм быйыл беҙ байрамдарҙы ҡайһы бер сикләүҙәр менән билдәләйәсәкбеҙ, тип тә өҫтәне.

– Яңы йылды байрам итәсәкбеҙ – был мөһим.         Әммә аҡсаны урынлы тотонасаҡбыҙ. Быйыл беҙ боҙ тауҙарын яһау өсөн аҡса бүлдек, ни өсөн тигәндә, хәҙер уларға яңы талаптар ҡуйыла – сертификацияланған булырға тейеш, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Интервью аҙағында Радий Хәбиров был байрамды үҙе ғаиләһе менән нисек ҡаршыларға уйлауы тураһында һөйләне.

– Традицион рәүештә ғаиләм менән Өфөлә буласаҡмын. Йомғаҡтар яһарбыҙ, бәләкәстәребеҙҙе бүләктәр менән ҡыуандырырбыҙ. Ҡатыным  менән Совет майҙанына килергә теләйбеҙ. Яңы йылда бер-беребеҙгә һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхет-шатлыҡтар теләрбеҙ. Беҙгә, ирҙәргә эшебеҙҙә уңыштар мөһим, был тормошобоҙҙоң етди өлөшө, – тине төбәк етәксеһе. – Республикала йәшәүселәр өсөн беҙ Яңы йылды байрам итеү өсөн барыһын да яҡшылап уйланыҡ. Иң элек – хәүефһеҙлек мәсьәләләре. Бөтә ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр ҙә поста буласаҡ.

 

ТӨП ВАҠИҒА – ХАЛЫҠ БЕРҘӘМЛЕГЕ
ТӨП ВАҠИҒА – ХАЛЫҠ БЕРҘӘМЛЕГЕ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас