Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2023, 07:55

Радий Хәбиров М. Шайморатов исемендәге батальон яугиры ғаиләһен барып күрҙе

Республика Башлығы Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың миномёт батареяһы командиры ғаиләһен барып күрҙе.

Ғафури районынан офицер - хәрби хәрәкәттәр ветераны. 2022 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы указы менән ул махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Хәләл ефете менән өс бала тәрбиәләй. Аралашыу ваҡытында Башҡортостан Башлығы байрам алдынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальондың шәхси составы менән осрашыуы хаҡында һөйләне.

- Яугирҙәр араһында булғанда, «Тор» позывнойлы командир менән һөйләштем. Ул Ғафури районынан булыуы, ғаиләһенең шунда йәшәүе тураһында һөйләне. Ғаиләһенә барып, геройҙан сәләм еткерергә вәғәҙә бирҙем. Бөтә ир-егеттәр ҙә лайыҡлы һуғыша. Беҙ улар өсөн борсолабыҙ, әлбиттә, - тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ ғаиләнең ниндәй ярҙам алыуы, өҫтәмә ярҙам кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынды. Яугирҙең ҡатыны һөйләүенсә, улар хәстәрлек һәм иғтибар менән солғап алынған. Радий Хәбиров хәрбиҙең ғаиләһен Яңы йыл менән ҡотланы һәм балаларға бүләктәр тапшырҙы. 

 

https://tabin-gafuri.ru/news/novosti

Радий Хәбиров М. Шайморатов исемендәге батальон яугиры ғаиләһен барып күрҙе
Радий Хәбиров М. Шайморатов исемендәге батальон яугиры ғаиләһен барып күрҙе
Автор:
Читайте нас