Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2023, 09:53

ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!

Һабантуй яҙ үткәрелә тиҙәр. Ә бына Стәрлетамаҡ районы Мырҙаш ауылы халҡы “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә хатта ҡыш та үткәрә уны. Яңы йыл каникулдары мәлендә ауыл халҡы ярышып-уйнап, концерт тыңлап ҡайтты. Хатта тәбиғәт тә, сараға үҙ өлөшөн индерергә теләп, спортсыларҙың битенә йә ҡар һипте, йә артта ҡалғандарҙы еле менән “этте”. Әммә дәртле мырҙаштар ҡар-буранға ла, һыуыҡҡа ла, башҡа ҡаршылыҡтарға ла бирешеүселәрҙән түгел – сара юғары кимәлдә үтте.  

ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!
ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!

Байрамға бар ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар йыйыл-ды. Өлкән быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә, балалар ҙа – теләгән һәр кем үҙ оҫталығын, зирәклеген һынап ҡараны. Майҙансыҡтарҙа башҡорт халыҡ уйындары ойошторолдо, ир-егеттәр мәргәнлектә, автомат һүтеп йыйыуҙа көс һынашһа, йәштәр ГТО нормативтарын тапшырҙы, тоҡ менән бәреште, балалар иһә (күҙҙәрен бәйләп) ҡайсы менән ептән Ҡыш бабай бүләктәрен ҡырҡып алды. Ғөмүмән, был көндө бер кем дә ситтә ҡалманы.

Һабантуй булғас, йыр-бейеүһеҙ ҙә булмай. Фольклор ансамблдәре, ағинәйҙәр башҡарыуындағы сығыштар һәр кем күңеленә хуш килде.

Байрамдың төп биҙәге, моғайын, Ҡыш бабай булғандыр. Ул, килеүселәрҙе Яңы йыл менән ҡотлап, кешеләргә байрам кәйефе өләште.
Мырҙаш ауылы уңғандары барыһын да хуш еҫле, ҡайнар былау һәм сәй менән һыйланы. Матур сара уйындар һәм конкурстар еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланды. Ҡышҡы һабантуй урындағы эшҡыуарҙар, Стәрлетамаҡ районы советы депутаты, ҡоролтай ағзаһы, фермер Илдар Буранғолов һәм Шәүрә Әлимбаева, шулай уҡ Мырҙаш ауылы халҡы ярҙамы, берҙәмлеге менән ойошторолдо.

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары, урындағы ҡоролтай рәйесе Эльвера Иманғолова билдәләүенсә, һабантуй районда йәнә бер матур күренештең башланғысы булып тора. Ошо көндө ҡулдан-ҡулға тигәндәй, эстафета булараҡ, изгелек акцияһы башланды – ауыл, район халҡы атайсалына төрлө ярҙам ҡулы һуҙасаҡ.

Әлбиттә, ҡышҡы һабантуйҙың маҡсаты уйын-уйнау, күңел асыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә бит ошондай дәртле итеп ярышырға, уйнарға-көлөргә “ҡыйыулыҡ” өсөн “йөҙ грамм тотоп алыу” мөһим түгел, кәрәкмәй ҙә! Быны ауыл халҡы яҡшы аңлай һәм әлеге һымаҡ, киләсәктәрен дә шулай айыҡ байрамдар, айыҡ тормош менән бәйләргә тигән маҡсаттар менән йәшәй.

Рәмил МАНСУРОВ,
Илүзә ҠАРАҒОЛОВА. Стәрлетамаҡ районы.
Григорий КУЗЬМИН фотолары.

ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!
ҠАР-БУРАН ДА ҠАМАСАУЛАЙ АЛМАНЫ Мырҙаш ауылы Ҡышҡы һабантуйҙан гөрләп торҙо!
Автор:
Читайте нас