Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Йәмғиәт
11 Января 2023, 07:50

ФОТОНЫҢ АВТОРЫ ТАБЫЛДЫ

Китап магазины тураһында материал донъя күргәс, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопованан рәсми яуап килде. Бына нимә тип яҙа ул: "Бөгөн магазин администраторына керәбеҙ, был яҙыуҙы төҙәтергә тигән фарман менән. Бер юлы Рәхмәт хатын да тапшырырбыҙ уларға, сөнки был тиклем күп итеп башҡорт телендә китаптар менән һатыу иткән магазиндарҙың берҙән бере! Ундай магазиндар республикала ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ (Өфөлә лә, ғөмүмән, ҙур ҡалаларҙа)". (Был турала тулыһынса сайтҡа инеп уҡығыҙ.)

Афарин! Тиҙ арала мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп, проблеманы хәл иткәнгә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙына ҙур рәхмәт!
Бөтә донъя Рәхмәт әйтеү көнөндә рәхмәт еткереү икеләтә шатлыҡлы. "Читай город " (Стәрлетамаҡ) исемле магазин, фотоның авторы - беҙҙең коллега.
Мәғлүмәт дөрөҫ.
Проблема хәл ителде.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВтың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһенән алынды.

ФОТОНЫҢ  АВТОРЫ ТАБЫЛДЫ
ФОТОНЫҢ АВТОРЫ ТАБЫЛДЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас