

– 2023 йылға пландар ҙур, эштәр күп. Шуға һәммәгеҙгә лә уңыштар теләйем, – тип башланы ул һүҙен. Артабан каникул мәлдәрендә үткән спорт һәм мәҙәни саралар хаҡында сығыштар тыңлағандан һуң, оператив кәңәшмәлә ҡатнашыусылар ҡала ха-кимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы Радмир Хәлитовтың уҙған йылда кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам тураһындағы докладын баһаланы. Шулай уҡ сарала ял мәлдәрендә ҡаланы ҡарҙан таҙартыу, тирә-йүнде ипкә килтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Әйткәндәй, был арала торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар артҡан. Халыҡтан йәмғеһе 463 мөрәжәғәт килгән. Ҡар тигәндән, коммуналь хеҙмәттәр ҡаланы ҡарҙан таҙартыу буйынса был арала тәүлек әйләнәһенә эшләй, шул уҡ ваҡытта, ҡаты һыуыҡтарға бәйле, дизель яғыулыҡ нигеҙендә эшләгән техника һәр саҡ сафта була ала алмай.
Оператив кәңәшмәлә ковид, киҙеү менән сирләүселәр, һауа торошо хаҡында ла һүҙ булды. Был йәһәттән артыҡ хәүефләнерлек урын юҡ, әлегә барыһы ла нормала ҡала.
Кәңәшмә барышында Артур Рәзил улы яңы коллегаһы менән дә таныштырҙы. Ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары итеп Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде. Эмиль Владиславович төҙөлөш өлкәһе өсөн яуаплы буласаҡ.
Яңы урынбаҫар 1991 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.
– Эмиль Владиславович йәш булһа ла, төҙөлөш өлкәһендә тәжрибәһе ҙур, Мәскәү ҡалаһы төҙөлөш департаментында, илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығында эшләне, – тип билдәләп үтте Артур Ғафаров.
Йәш етәксене ҡотлап, яҡташыбыҙға, ҡалабыҙ үҫешенә ҙур өлөш индерер тип өмөтләнеп, уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Р. МАНСУРОВ.