Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Ғинуар 2023, 19:32

Ҡайғылы хәбәр - Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат

Ҡайғылы хәбәр килде, йәмәғәт. Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат булды. Уға 88 йәш ине.

Ҡайғылы хәбәр - Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафатҠайғылы хәбәр - Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат
Ҡайғылы хәбәр - Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов вафат

1990 йылдан 1993 йылдың 24 декабренә тиклем БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе була. 1993 йылдың 25 декабренән 2010 йылдың 15 июленә тиклем - Башҡортостан Президенты.

Ул ҙур сәйәсәттә 13 йылдан ашыу булманы, әммә республиканың һәр кешеһе уны иҫендә тотто һәм хөрмәт итте. Мортаза Рәхимов ҡатмарлы ваҡыттарҙа республикаға ярҙам итте һәм кәңәштәрен бирҙе. Ошоноң менән абруйлы булды. Яңы ғына Мортаза Рәхимов республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлап, Башҡортостандың һәм илдең сәскә атыуын теләне.

Барлыҡ республика халҡының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:
Читайте нас