Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Ғинуар 2023, 05:05

Мәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙ

Мәктәпкәсә йәштәге бала бик хәрәкәтсән һәм әүҙем. Уны тирә-йүндәге бөтә нәмә лә ҡыҙыҡһындыра, ул ололарға бик күп һорауҙар бирә, уның бөтә нәмәне тиҙерәк белгеһе килә. Шуға күрә ололар тирә-йүнде танып белеүҙә балаға ярҙамлашырға һәм уңайлы шарттар тыуҙырырға тейеш.

Мәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙМәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙ
Мәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙ

Беҙҙең күҙҙәре насар күргән балалар өсөн 5-се балалар баҡсаһында ата-әсәләр менән бәйләнеш булдырыу, аралашыу, төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәреү эше бик әүҙем бара. Тәрбиәселәр менән ата-әсәләр һәр бер сараны бергәләшеп, кәңәшләшеп башҡа-ралар. Әле яңы ғына 9-сы төркөм балалары менән “Өләсәйгә – ҡунаҡҡа” исемле байрам үткәрҙек. Сара балаларҙы төрлө сәйәхәт (уйындар) аша математика фәненә өйрәтеү, ҡыҙыҡһындырыу, уйлау, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, балаларҙа ярҙамсыллыҡ, шәф-ҡәтлелек, дуҫлыҡ сифаттары тәрбиәләүгә ҡайтып ҡалды.

Байрам балалар менән ата-әсәләрҙең төрлө геометрик фигуралар төшөрөлгән билеттар менән поезға ултырыуҙан башланды. Улар башта дәртле йыр йырлап ауылға өләсәйгә ҡунаҡҡа килде. Өләсәйҙәре балаларға ҡаҙҙарын, тауыҡтарын, кәзәләрен күрһәтте. Балалар бик ҡыҙыҡһынып өләсәйҙең тауык-себештәрен, өйрәктәрен һананы. Баҡсалағы ағастарҙың ҡайһыһы бейек, ҡайһыһы тәпәш, ниндәй ағас йыуан-нәҙек икәнен белделәр. Әсәйҙәренә, өләсәйгә бүләккә төрлө төҫтәге сәскәләр ҙә йыйҙылар. Өләсәйҙәре балаларға йомаҡ ҡойҙо, хәрәкәтсән уйындар уйнатты. Ә ата-әсәләр үҙҙәре эшләп килтергән пособиеларҙы балаларға бүләк итте.
Сара шул тиклем күңелле, фәһемле булды, һуңынан бергәләшеп, әсәйҙәр бешереп килтергән күстәнәстәр менән сәй эстек, бейенек, таҡмаҡтар менән йырлап хушлаштыҡ. Был сара математика фәненә лә ҡыҙыҡһыныу уятты, бала, тәрбиәсе һәм ата-әсә араһын да яҡынайтты.

Тәрбиәсе Г. ШӘРИПОВА,
дефектолог Ә. МӘХМҮТОВА.

Мәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙ
Мәсьәләләрҙе бергәләп сисәбеҙ
Автор:
Читайте нас