Гранттар, йәш хәбәрселәр, еңеүҙәр
– Алексей Анатольевич, был әһәмиәтле датаны редакция коллективы ниндәй уңыштар, еңеүҙәр менән ҡаршыланы?
– Үткән йыл беҙҙең өсөн, юбилей йылы булыу менән бергә, емешле генә йыл булды. 2022 йылда беҙ гранттар конкурстарында бихисап еңеүҙәр яуланыҡ.
“Стәрлетамаҡ – һәр кем йәшәргә теләгән ҡала” конкурсында ҡатнашып федераль грант оттоҡ. Беҙҙең редакция коллективы һәм шулай уҡ айырым хеҙмәткәрҙәребеҙ РФ Дәүләт думаһы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто” дәүләт унитар предприятиеһы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, БР Журналистар союзы, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте һәм ҡала Советы округы тарафынан бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Үҙ хәбәрсебеҙ Марина Вороноваға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Йәш журналист Жанна Сираева “Сифат” республика конкурсында метрология һәм сертификат темаһы буйынса еңеүсе булды. Екатерина Яковлева “Ғаилә һәм Рәсәйҙең киләсәге” конкурсында ҡатнашып, жюри рәйесенең махсус призына лайыҡ булды. Ул шулай уҡ ҡала хакимиәте башлығы грантына “Автор” проекты конкурсында еңеп сыҡты. Әйткәндәй, Екатерина Яковлева йәш хәбәрселәр әҙерләүҙә ҙур эштәр башҡара. Был проект 4-се гимназия уҡыусылары менән тормошҡа ашырыла. Журналистарыбыҙ Евгения Дьяконова менән Эльвира Ғөбәйҙуллина “Профсоюздар буйынса эшмәкәрлек тураһында”ғы конкурста еңеп сыҡты. 2021 йылда пандемия шарттарында беҙ, ҡала спорт комитеты менән берлектә, “Стерлитамакский рабочий” гәзите призына Еңеү көнөнә арналған ҡала еңел атлетика эстафетаһын яңырттыҡ. Был инде 70-се юбилей эстафетаһы булды. Унда физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡатнашыусылар ҙа күп булды.
Сайт буйынса ла эштәр яйлы бара. Был йәһәттән йыл аҙағында республика буйынса 3-сө урын алдыҡ. “Бәйләнештә” селтәрендә 37 меңгә яҡын ҡатнашыусыбыҙ бар. Уҡыусыларҙы күберәк йәлеп итер өсөн тематик конкурстар уҙғарырға тырышабыҙ. Мәҫәлән, 1-се класс уҡыусылары өсөн, Оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата һәм башҡа конкурстар ойоштороп торабыҙ.
Баҫма версияға яҙылыусылар өсөн төрлө приздарға отош уйындары уҙғарабыҙ. “Салауат” кинотеатры алдындағы майҙанда, Ю. Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында “Гәзиткә яҙылыусылар көнө” уҙғарып торабыҙ. Был йәһәттән һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙып торған ҡала хакимиәтенә, предприятиеларға һәм эшҡыуарҙарға рәхмәтлебеҙ. Республикалағы киң мәғлүмәт саралары араһында беҙҙеке иң ҙур муниципаль контракттарҙың береһе булып тора.
“Алтын йыйылма”
– “Стерлитамакский рабочий” – республикала иң боронғо ваҡытлы баҫмаларҙың береһе. Уның тәүге һандары ҡасан һәм нисек сыға башлаған? Баҫманың иң тәүге исеме нисек аталған, был исем ҡайҙан килә. Тәүге мөхәррире кем булған, гәзит сыға башлағандан бирле кемдәр етәксе булып эшләгән? Кемдәрҙең яҙмышы ошо гәзит менән тығыҙ бәйле – ошо турала ентекләберәк һөйләгеҙ әле...
– Гәзиттең иң тәүге һаны 1917 йылдың 7 майында “Рабочий и солдат” исеме аҫтында боевой листок рәүешендә сыға. Шул уҡ йылдың авгусынан, шул исемгә йәнә бер һүҙ өҫтәлеп, ул “Рабочий, солдат и крестьянин” тип атала башлай, баҫма хәҙер киңерәк аудиторияға эйә булырға иҫәп тота. 1918 йыл аҙағында – 1919 йыл башында ҡала гәзите “Коммунар” исемен йөрөтә башлай һәм Стәрлетамаҡ өйәҙ ревкомы органы була. 1930 йылдың ноябренән “За пятилетку” (РК ВКП(б), райпрофсовет органы) исеме менән сыға башлай. 1956 йылдың авгусынан алып ул әлеге исемде йөрөтә. 1966 йылдан 1990 йылға тиклем уны, белеүегеҙсә, Һаҙый Арыҫланов етәкләй. Талантлы публицист һәм туған ерҙең ысын патриоты булараҡ, ул гәзиттең төп темаларының береһе итеп тәбиғәтте һаҡлау, һайығып, ҡороп барған йылғаларҙы ҡотҡарыу, ҡаланың химия предприятиеларындағы зыянлы производстволарҙы ябыу темаһын ала.
Оҙаҡ йылдар дауамында эшләп, уның иң тоғро ҡалған шәхестәрҙең исемдәрен атап әйтмәү яҙыҡ булыр. Бына улар – Һаҙый Арыҫланов, Владимир Шестов, Евгений Леднев, Ирек Фәтихов, Борис Анцыгин, Светлана Евстигнеева, Алексей Привалов, Сергей Трибунский, Раиса Литвинова. Беҙ уларға әле булһа рәхмәтлебеҙ.
– Гәзиттең абруйы көслө журналистарҙан тора...
– Ысынлап та, беҙҙең коллективта үҙ эшен яратып башҡарған, көслө журналистар эшләй. Пандемия ваҡытында коллективтың яртыһы ауырыны, әммә беҙ был кәртәләрҙе еңеп сыға алдыҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙҙә тәжрибәле, структуралары уйланылған редакция. Был йәһәттән беҙ беҙҙән алда эшләгән быуын журналистарына рәхмәтлебеҙ. Мин үҙем бында эшкә 1993 йылда килдем. Шул осорҙа Марина Воронова, Евгения Дьяконова, Лиана Цыганова, Әлфиә Ҡолмөхәмәтова кеүек үҙ фекерен ярып әйтә белгән бер төркөм йыйылды. Фаяз Йомағужин беҙҙән күпкә алдараҡ эшләй башлаған ине. Ул замандағы баш мөхәррир Виктор Иванович Дятлов шул осорҙа эшләүсе журналистар төркөмөн “алтын йыйылма” тип атаны. Был “алтын йыйылманың” бер нисә вәкиле бөгөн дә үҙ бурысына тоғро ҡала.
Һуңғы ваҡытта коллектив яңы көстәр менән тулыландырылды. Шуға бәйле гәзиттең дә йөҙө үҙгәрә. Йәштәр – инициативалы, үҙ эшен яратып башҡарған, ижади ҡарашлы хеҙмәткәрҙәр. Хәйер, журналистиканы яратмағандар беҙҙә оҙаҡ эшләй ҙә алмай, үҙҙәре үк китергә мәжбүрҙәр.
Мәғлүмәт диңгеҙендә ышаныслы юл күрһәтеүсе
– Хәтеремдә, үткән быуаттың 70-се, 80-се йылдарында “Стерлитамакский рабочий” 60-ар меңлек тираж менән сыға ине. Ә хәҙер бер беҙҙә генә түгел, ә иһә бөтә ерҙә лә баҫмаларҙың тиражы кәмей бара. Заманалар үҙгәреү менән бергә, баҫмалар ҙа үҙгәрештәр кисерә. Хатта оҙаҡ йылдар дауамында сығып килгән күп кенә өлкә баҫмалары ла ябылды, ә һеҙҙең гәзит ауырлыҡтарҙы еңеп сыға алды!
– Бөгөнгө ябай булмаған заманда ҡаршылыҡтарға бирешмәҫкә, донъя арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – баҫманың тиражын кәметмәү, коллективты яңыртыу, шул уҡ ваҡытта, ветерандарға ярҙам итеү, яңы технологиялар индереү, тәжрибәне йәштәргә тапшырыу. Компьютер техникаһын яңыртабыҙ, гәзиттең сифатын яҡшыртыу өсөн яңы фотоаппарат һатып алдыҡ, тәҙрәләрҙе алыштырҙыҡ.
Беҙ виртуаль аралашыу дәүерендә йәшәйбеҙ, шуға күрә хәҙер ҡағыҙ вариантҡа ҡарағанда электрон вариантты күберәк уҡыйҙар. Ҡағыҙҙан уҡыусылар кәмей, уның ҡарауы, сайт аша уҡыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Стәрлетамаҡтың иң боронғо гәзите ҡалабыҙҙың, республикабыҙҙың, илебеҙҙең яңы тарихының айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Хәҙер ул меңдәрсә ҡала халҡының яҡын дуҫы һәм серҙәше, икһеҙ-сикһеҙ мәғлүмәт диңгеҙендә уларҙың ышаныслы юл күрһәтеүсеһе.
– Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан да бер нисә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Гәзит – ул берҙәм көс менән эшләй торған коллектив хеҙмәт емеше. Ә бының өсөн шәп команда булырға тейеш. Шөкөр, ул беҙҙә бар. Эш күләме ҙур, әммә беҙҙең коллектив бик берҙәм һәм әүҙем. Аҙна һайын ике тапҡыр 28 бит гәзит сығарабыҙ. Гәзиттең йөрәге – ул уның кешеләре. Коллективҡа был йәһәттән йәнә бер ҡабат ҙур рәхмәтемде еткергем килә, бер йөрәк булып тибеп, күңелдәрен һалып эшләйҙәр. Бөгөнгө көндә, мәғлүмәт ишелеп килгән заманда аҡтан ҡараны айырыуы ла еңел түгел, бигерәк тә һуңғы ваҡытта дошмандар халыҡтың аңын алдаҡ менән яулап ала барған мәлдә булмышына, ғәҙеллеккә, дөрөҫлөккә тоғро ҡалған бергә эшләгән коллегаларыма ла, бөтә журналистарға ла уңыштар теләгем килә. Шул уҡ ваҡытта, заман шарттары реклама тулплау, дана һаҡлау, конкурстарҙа ҡатнашыу һәм башҡа ижади эшкә туранан-тура бәйле булмаған бурыстар ҙа йөкмәй. Быларын да, шөкөр, йырып сығып киләбеҙ!
Белеүегеҙсә, күбеһенсә ябай хеҙмәт кешеләре тураһында яҙырға тырышабыҙ. Химик, водитель, тәрбиәсе, ашнаҡсы – бына беҙҙең геройҙар! Ошо халыҡсанлығыбыҙ, ябайлығыбыҙ гәзитте стәрлетамаҡтарҙың яратҡан баҫмаһы булып ҡалырға ярҙам итә лә инде. Был – беҙҙең генә түгел, был бөтә гәзит уҡыусыларыбыҙҙың да байрамы! Шуға һәммәбеҙҙе байрам менән ҡотлайым, тиһәм дә хата булмаҫ һымаҡ. Гәзит уҡыусыбыҙға, тоғро дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт еткерәбеҙ!
– “Ашҡаҙар” гәзите исеменән йәнә бер ҡабат юбилейығыҙ, һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлап, уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА ҡорҙо.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Шулай уҡ редакция архивынан фото алынды.