Сараны ҡала Йәмәғәтселек палатаһы рәйесе Евгения Долгих алып барҙы. Шулай уҡ осрашыуҙа ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов, «Набат»Чечен Республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар союзы» йәмәғәтселек ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов ҡатнашты.
Кәңәшмә барышында махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре осраған ҡаршылыҡтар тураһында уртаға һалып һөйләштеләр. Бигерәк тә юғалтыу ҡайғыһы үткәргән кешеләргә психологик, юридик ярҙамҙан тыш түләүҙәр, льготалар һәм башҡа һорауҙар буйынса мәғлүмәт ярҙамы ла кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Мәскәүҙә үткән Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре комитеты семинарында ҡатнашып, ҡалабыҙҙы һәм республиканы ошо федераль йәмәғәтселек ойошмаһында танытҡан Анжела Разакова үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Шулай уҡ сарала ҡатнашҡан тол ҡатындар, балаларын юҡалтҡан ата-әсәләр, яҡын туғандарын юғалтыусылар үҙҙәренә ҡағылышлы тормош ҡаршылыҡтары тураһында бер аҙ һөйләп уҙҙылар. Бына ошо көтөлмәгән ҡаршылыҡтар булмаһын өсөн ҡәңәшмәнең төп ҡарары булып, төбәк штабы булдырыу тигән тәҡдимде республика кимәлендә хәл итергә, - тигән маҡсат ҡуйылды. Әлбиттә был штабҡа Стәрлетамаҡтан 5 кешенән торған актив та инәсәк. Әйткәндәй, һәләк булыусыларҙың яҡындарынан торған был активта кемдәр булырын урында уҡ хәл иттеләр сарала ҡатнашыусылар. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәки унда һәләк булғандарҙың туғандары алдына килеп тыуған һорауҙарҙы йыйып, уларға яуап бирергә ярҙам итеү, төрлө кимәлдәге власть органдары һәм йәмәғәтселек ойошмалары менән бәйләнешкә инергә булышыу - аҡтивтың төп бурысы була ла инде.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.
#Стәрлетамак#Ашкаҙар гәзите»