

«Башинформ» Мортаза Рәхимовтың 89-сы йәшендә арабыҙҙан китеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Уны бөгөн, 13 ғинуарҙа, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләйҙәр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға, Өфө һәм Күгәрсен районы хакимиәттәренә Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Бынан алда «Башинформ» республиканың беренсе президенты тормошоноң сағыу мәлдәре күрһәтелгән фоторепортаж әҙерләгәйне.
Башинформ.