Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2023, 11:34

Бадранов махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү эше өсөн яуап бирә

Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеү эше йөкмәтелгән. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Бадранов махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү эше өсөн яуап бирәБадранов махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү эше өсөн яуап бирә
Бадранов махсус хәрби операция зонаһында мобилизацияланған ир-егеттәргә ярҙам күрһәтеү эше өсөн яуап бирә
«Азат Бадранов унда беҙҙең эште координациялауҙы үҙ өҫтөнә ала. Аңлашыла, ул батальон составында, әммә уның мөмкинлектәре бар. Егеттәребеҙ хеҙмәт иткән ҙур подразделениеларҙың етәкселәре менән бәйләнешкә сығырға тырышырмын, тип әйтте ул миңә», — тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандан 2,5 мең мобилизацияланған ир-егет иҫәпләнгән бүлексә командиры үҙе уға мөрәжәғәт иткән.

«Беҙ һөйләшеп килештек. 20-21 ғинуарҙа гуманитар ылау юлға сыға, нимә вәғәҙә иткәнбеҙ, шуның бер өлөшөн булһа ла алып килербеҙ. Әгәр Бадранов һеҙгә мөрәжәғәт итә икән, уның үтенесен мотлаҡ үтәүегеҙҙе һорайым. Ундағы бөтә кәңәшселәрем дә уға буйһона», — тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, махсус хәрби операция зонаһындағы беренсе вице-премьер Азат Бадранов «мәғлүмәткә яҡыныраҡ».

«Беҙ мобилизацияланғандарыбыҙ хеҙмәт иткән ҙур подразделениеларға барып етмәнек әле. Мин ике командир менән аралаштым. Асылда, бөтәһе лә бар, тиҙәр, әммә ниндәйҙер нескәлектәр бар, ярҙам итергә кәрәк. Һәр хәлдә, был беҙгә бынан хәбәр ебәрергә ҡамасауламай. Красный Луч ҡалаһында логистика эшләй, еңеүгә тиклем беҙгә ошо эште дауам итергә кәрәк», — тигән ышаныс белдерҙе Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас