Ашҡаҙар
+16 °С
Ясно
Йәмғиәт
16 Января 2023, 07:38

Депутаттар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәхифәләрен асырға тейеш

Башҡортостан депутаттары социаль селтәрҙә үҙҙәренең шәхси сәхифәләрен асырға һәм уларҙы алып барырға тейеш. «Башҡортостан Ресубликаһы — Дәүләт Йыйылышы депутатының статусы тураһында» законға тейешле үҙгәрештәр индерелде. Парламентарийҙар социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә һайлаусыларға үҙҙәренең эше һәм Дәүләт Йыйылышы эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт бирергә бурыслы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Депутаттар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәхифәләрен асырға тейешДепутаттар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәхифәләрен асырға тейеш
Депутаттар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең сәхифәләрен асырға тейеш

Был халыҡҡа иң мөһим ваҡиғалар  тураһында мәғлүмәт бирергә, уларҙың мөрәжәғәттәренә оператив рәүештә яуап бирергә ярҙам итә. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, властың төп бурысы – социаль селтәрҙәргә инеп, унда эшләү, дөрөҫ булмаған хәбәрҙе кире ҡағып, позитив көн тәртибен алып барыу.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, социаль селтәрҙә эшләүҙе заман үҙе талап итә.

«Хәҙер күптәр яңылыҡтарҙы ла социаль селтәрҙән белә. Дәүләт Йыйылышының үҙ аккаунттары бар, ләкин властың вәкәләтле органында һәр депутат граждандар өсөн файҙалы мәғлүмәт сығанағы булып тора. Шуға бәйле депутаттарҙың социаль селтәрҙәрҙә сәхифә алып барыу бурысын ҡануни яҡтан беркеттек. Төп эш урыны буйынса билдәле сикләүҙәре булғандарға, мәҫәлән, оборона-сәнәғәт комплексында эшләгән депутаттарға был ҡағылмай», — тине Константин Толкачёв.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас