Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Января 2023, 06:10

Рәмил Рәхимов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының ултырышы үтте. Көн тәртибендәге һорауҙарҙың береһе Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһында Башҡортостан вәкиле булып торған Ирина Абрамованың вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыуы сәбәпле, Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы составына индереү өсөн Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы вәкилен һайлауға арналды.

Рәмил Рәхимов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайландыРәмил Рәхимов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды
Рәмил Рәхимов Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп һайланды

Һайлау процедураһы Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзалары араһында тауыш биреүҙе күҙ уңында тота. Палата Советы менән Рәмил Рәхимовтың һәм Булат Сафиндың кандидатураһы тәҡдим ителде. Йәшерен тауыш биреү йомғаҡтары буйынса палата ағзалары Рәмил Рәхимовты һайланы.

Ултырышта палата рәйесе Азамат Йәнбирҙиндың, күсеп китеү сәбәпле, рәйес вәкәләттәрен һалыуы һәм Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы составынан сығыуы иғлан ителде. Палата ағзалары күпселек тауыш менән палата рәйесе вазифаһын башҡарыусы итеп Рәмил Рәхимовты һайланы.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының алтынсы составы вәкәләттәренең мөҙҙәте 2023 йылдың декабрендә тамамлана. Быйыл палата алдында «Атай ҡаһарманлығы» йәмәғәт наградаһына сираттағы республика конкурсын уҙғарыу, һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүен, Башҡортостан Республикаһының Граждандар форумын ойоштороу бурысы тора.

Белешмә

Рәмил Нәсибулла улы Рәхимов — Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, билдәле ғалим, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең төбәк ойошмаһы етәксеһе, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институтында Рәсәй тарихы, тарихты һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы мөдире. Башҡортостан Башлығының Гранттар фондының «Кире ҡайтарылған исемдәр» проекты етәксеһе.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас