Еңеүселәр араһында ҡала предприятиелары , ойошмалары, учреждениелары, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ ҡалабыҙҙа йәшәүсе ябай кешеләр ҙә бар ине.
Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ихлас йөрәктән ҡотланы. Ул конкурста ҡатнашыусыларға ойошмаларын оригиналь биҙәгәндәре өсөн генә түгел, ә Яңы йыл Стәрлетамағында тылсымлы мөхит булдырғандары өсөн дә рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, бүләкләнеүселәр араһында йыл һайын беренселекте бирмәгән 1-се гимназия директоры Риф Тажиев та бар ине. Шундай тырыш шәхестәр барҙа - ҡалабыҙ мөғжизәле матурлыҡ менән әкиәти ҡаласыҡтарҙы биҙәр ҙә биҙәр әле.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.