Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 12:15

Һеҙ халҡыбыҙҙың Атаһы ла, Улы ла булдығыҙ! Таянысы ла, ғорурлығы ла инегеҙ!

Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Уның менән үҙе бер оло дәүер китә һымаҡ...  Имәндәй шартлап ауҙы илебеҙҙең, милләтебеҙҙең алтын бағанаһы. Республикабыҙ өсөн бик оло юғалтыу! Төрлө милләт, төрлө дин, быуын вәкилдәре берҙәй ҡайғыра.  Хәйер, республика ғынамы, бөтә ил кимәлендә юғалтыу булды был ваҡиға. Мортаза Ғөбәйҙулла улын һуңғы юлға оҙатырға Рәсәй Президенты Владимир Путин да килде, ул ысын йөрәктән Башҡортостан халҡының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов менән хушлашыуҙың тантаналы өлөшөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев алып барҙы.
Бәхилләшеү сараһында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Татарстан Республикаһы Башлығы Рөстәм Миңнеханов, Татарстан Республикаһының тәүге Президенты Миңтимер Шәймиев, Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов, Өфө ҡала хакимиәтенең элекке башлығы, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев сығыш яһаны.
Ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ла илебеҙҙең төрлө тарафтарынан килде.

Матәм митингын Рәсәй  Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль окуругындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров асты.

- Мортаза Рәхимов – ҙур шәхес, ул кешеләрҙе берләштереүҙә мөһим роль уйнаны, бөгөнгө Башҡортостан илдең ҡеүәтле төбәгенә әйләнһен өсөн күп эшләне. Ул кешеләр менән осрашырға яратты, уларҙың ышанысын аҡланы, һәм кешеләр ҙә хөрмәт менән яуап бирҙе, - тине Игорь Комаров.

Артабан Башҡортостан Башлығы  Радий Хабиров һүҙ алып:

- Бөгөн беҙ башҡорт халҡының бөйөк улын, күренекле дәүләт эшмәкәрен оҙатабыҙ. Ҡатмарлы, ябай булмаған дүерҙең  символы булған кеше менән бәхилләшәбеҙ. Ысын етәксе – лидер  булды, - тине.

Татарстан Президенты Рөстәм Миңнеханов бөтә Татарстан һәм шәхсән үҙенең исеменән тәрән ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткереп:

- Ул беҙҙең өсөн яҡын кеше булды һәм был беҙҙең беҙҙең тығыҙ бәйләнештәрҙә лә сағылыш тапты. Рәхимов Татарстанда үткән күп сараларҙа ҡатнашты, ул бөтә көсөн һәм белемен үҙенең халҡы өсөн бирҙе һәм бөтә халыҡ һәм ил өсөн өлгө булды, - тип мөрәжәғәт итте. –  Мин һәр ваҡыт   уға оло хөрмәт менән ҡараным, Мортаза Рәхимов беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге  йәшәйәсәк.

Татарстан Республикаһының Дәүләт кәңәшсеһе  Миңтимер Шәймиев иһә, үҙ сиратында, Мортаза Рәхимов менән бергә оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүен, уның ике халыҡ араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙа баһалап бөткөһөҙ өлөш индереүен билдәләп үтте.

- Беҙ оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән параллель  рәүештә бергә эшләнек – ярыштыҡ та, бер-беребеҙгә көнләшеп тә ҡараныҡ, бәхәсләштек тә, әммә һәр ваҡыт уртаҡ тел таба инек, – тип белдерҙе. – Беҙ, татар менән башҡорт – туғандаш халыҡтар, беҙгә Рәсәй Федерацияһының сәйәси һәм иҡтисади үҫешенә өлөш индереү өсөн һәм хужалыҡ йәһәтенән дә уңыштарға  бергәләп ирешергә тура  килде. Ул тарихта яҡты эҙ ҡалдырҙы”, - тине Татарстандың беренсе  Президенты Миңтимер Шәймиев.    Республиканың элекке етәксеһе менән хушлашырға тип был көндө Өфөнән генә түгел, республиканың төрлө тарафтарынан килделәр. Бигерәк тә Мортаза Ғөбәйҙулла улының бихисап яҡташтары йыйылған ине. Артистар, спортсылар, ғалимдар, хәрбиҙәр, йәштәр, өлкәндәр, башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, сыуаштар... Һәммәһе лә бергә ҡайғырҙы, хөрмәт күрһәтеп ҡалырға тырышты Мортаза Рәхимовҡа. Табут күҙҙән юғалғас та, мосолман йолаларына ярашлы, күптәр таралышырға ашыҡманы, оҙата барҙы. Был күренеш үҙе үк тәүге президентыбыҙға халыҡтың мөнәсәбәтен күрһәтте.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов етәкселек иткән осор алтын дәүер булып тарихта ҡалды. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр ваҡыт ябай халыҡ яғында булды. Халыҡ өсөн күп эшләне. Ул эшләгән дәүерҙә меңдәрсә мәктәптәр асылды, юлдар һалынды, йорттар төҙөлдө филармониялар, театрҙар асылды, мәҙәниәтебеҙ профессиональ юғарылыҡҡа күтәрелде. Беҙгә башыбыҙҙы юғары күтәреп, ауыҙ тултырып үҙ телебеҙҙә һөйләшергә шарттар булдырған КЕШЕ китте. Барыбыҙ хаҡында атайҙарса хәстәрлек күрҙе.
Сит өлкәләр аслыҡ кисергәндә, Башҡортостан халҡы ошо ауыр ваҡытты сағыштырмаса еңел үткәрҙе, сөнки уның ысын хужаһы булды!
Социаль  селтәрҙәрҙә Уҙаман хаҡында бик күп матур фекерҙәр әйтелә. Көслө генофондҡа эйә шәхес ине Мортаза Рәхимов. Мөһабәт кәүҙәле, мөләйем йөҙлө, аҡыллы, көслө энергетикалы кеше ине... Ил Ағаһы... Атай... Олатай... Халҡыбыҙҙың Оло Атаһы... Эйе, Ул  халҡыбыҙҙың Атаһы ла, Улы ла булды! Таянысы ла, ғорурлығы ла ине! Халыҡ Уға булған һөйөүен, ышанысын ниндәй генә аҫыл исемдәр менән, һүҙҙәр менән нарыҡлаһа ла аҙ һымаҡ. Исемең һәр яҡлап та мәңгеләштерелергә хаҡлы, әле  күпме бала Мортаза  исемен йөрөтә һәм киләсәктә лә ҡушырҙар!..

Бер ҡеүәтле таяуыбыҙ ауҙы...  Ни тиклем оло юғалтыу! Ул  иҫән саҡта беҙ үҙебеҙҙе арҡалы итеп тоя инек. Уның барлығы беҙгә йәшәү көсө бирә ине.  Уның барлығын белеү генә лә ныҡлы терәк кеүек ине  бит. 

Халыҡ Һине онотмаҫ! Йәнең йәннәттә булһын, Аҡһаҡалыбыҙ!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

 

 

 

 

Һеҙ халҡыбыҙҙың Атаһы ла, Улы ла булдығыҙ! Таянысы ла, ғорурлығы ла инегеҙ!
Һеҙ халҡыбыҙҙың Атаһы ла, Улы ла булдығыҙ! Таянысы ла, ғорурлығы ла инегеҙ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: