-8 °С
Ҡар
Шойгу билдәләүенсә, армия компоненттарының төп структураларын көсәйтеү дәүләттең хәрби именлеген тәьмин итергә, шулай уҡ яңы субъекттарҙы һәм мөһим объекттарҙы һаҡларға мөмкинлек бирәсәк.
Ҡораллы көстәрҙең составын 2023-2026 йылдарҙа үҙгәртеү планлаштырыла. Рәсәйҙең оборона министры Мәскәү һәм Ленинград хәрби округтарын, илдең яңы субъекттары биләмәләрендә ғәскәр төркөмдәрен ойошторорға ҡушты.
Бынан тыш, Хәрби-диңгеҙ флоты, Һауа-йыһан көстәре һәм Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре хәрби яҡтан көсәйтелә, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Башинформ.