Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 06:43

Яҡташыбыҙ Алмаз Сафин — Рәсәй Геройы

Әлшәй районының Раевка ауылынан булған яҡташыбыҙ был юғары исемгә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ булды. Махсус хәрби операция старшинаһы Алмаз Сафин Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. Был туралағы указға ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған.  

Яҡташыбыҙ Алмаз Сафин — Рәсәй ГеройыЯҡташыбыҙ Алмаз Сафин — Рәсәй Геройы
Яҡташыбыҙ Алмаз Сафин — Рәсәй Геройы

Алмаз Сафин махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 30 сентябренән алып ҡатнашҡан. Кремль сайтында хәбәр ителеүенсә, 14 ғинуарҙа дошман Красный Лиман йүнәлешендә әүҙем һөжүм өсөн үҙенең резервтарын Кременная ауылы тирәһенә алып сыға һәм шуның менән десантсыларҙың оборонаһын өҙөп, артабан оператив киңлеккә сығырға, ғәскәрҙәр төркөмөн тәьмин итеү юлдарын киҫеп, тораҡты баҫып алырға йыйына. 

“Полктың разведка органдары дошман резервтары подразделениеларының хәрәкәт итеү маршруттарын һәм төп һөжүмдең йүнәлешен асыҡлай. Полк командиры дошмандың хәрәкәттәре күҙалланған йүнәлештә оборона позицияларын көсәйтеү маҡсатында буйһонған подразделениеларҙы ҡайтанан йыйыу тураһында ҡарар ҡабул итә”, – тиелә Кремлдең белешмәһендә.

Старшина Алмаз Сафин етәкселегендәге парашют-десант взводы батальон составында дошмандың төп һөжүме күҙалланған участкала оборона позицияларын һаҡлай. Яҡташыбыҙ минималь ваҡытта оператив рәүештә күҙәтеүҙе, инженер һәм фортификация ҡорамалдарын ойоштора, үҙенә буйһонғандарға бурыстар ҡуя һәм взводҡа беркетелгән позицияларҙы обороналауҙы ойоштора.

Алмаз Сафин беренселәрҙән булып взвод позицияһы йүнәлешендә дошман подразделениеларының алға китеүен асыҡлай, хәрби хеҙмәткәр, дошман ғәмәлдәрен һәм ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртеп, яугирҙәргә ут асырға команда бирә. Был обороналанғандарға үҙ позицияларын ваҡытында биләргә мөмкинлек бирә.

Дошман уңышҡа өлгәшә алмай һәм минометтарҙан десантсыларҙың позицияһына ата башлай. Һөҙөмтәлә Алмаз Сафин ауыр яралана, әммә ҡул аҫтындағыларға командалыҡ итеүен һәм маҡсатҡа ярашлы эш алып барыуын дауам итә. Алмаз Сафин шәхси ҡоралынан ВСУ-ның биш хәрби хеҙмәткәрен юҡ итә.

“Дошман бер нисә тапҡыр биләгән позицияһынан десантсыларҙы сығарырға маташа, ләкин ҡаты ҡаршылыҡҡа осрап, ҙур юғалтыуҙар кисерә, һөҙөмтәгә өлгәшмәй һәм полктың өсөнсө десант-штурм батальоны составынан өҫтәмә көстәр килгәндән һуң сигенергә мәжбүр була.

Старшина А. Сафин етәкселегендәге десантсыларҙың ҡыйыу хәрәкәте һөҙөмтәһендә яу барышында дошмандың бер танк, ике бронемашина һәм 50-гә яҡын хәрби хеҙмәткәре юҡ ителә. Алыштан һуң ул алған яраларынан вафат була.

Алмаз Сафиндың юғары профессионализм һәм шәхси состав менән оҫта етәкселек итеүе, батырлығы һәм тәүәккәл эше Украина ҡораллы көстәренең әҙерләнгән һәм йыһазландырылған, һан яғынан уҙып киткән подразделениеларының алға китеүенә юл ҡуймаҫҡа мөмкинлек бирҙе”, – тип хәбәр итә Кремль.

Уның батырлығы тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин да белдерҙе.

“Алмаз Сафин Әлшәй районының Раевка ауылында тыуып үҫкән, Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында хеҙмәт иткән. Уның ғаиләһе: ҡатыны һәм өс балаһы, ике ҡыҙы һәм улы ҡалды”, – тип яҙҙы ул.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас