Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 10:05

2022 йылда республикала 66 алданған өлөшсөләр йорто проблемаһы хәл ителгән

Башҡортостан — оҙайлы төҙөлөшкә ҡаршы көрәш буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбендә/

2022 йылда республикала 66 алданған өлөшсөләр йорто проблемаһы хәл ителгән
2022 йылда республикала 66 алданған өлөшсөләр йорто проблемаһы хәл ителгән

Территорияларҙы үҫтереү фонды уҙған йылға йомғаҡ яһаны. Фондтың күҙәтеү советы рәйесе — Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин һүҙҙәренсә, 2022 йылдың 1 ғинуарына илдә 2,5 мең йорт проблемалылар иҫәбенә инһә, ә 2023 йылдың 1 ғинуарына проблемалы объекттарҙың берҙәм реестрында — 1,2 мең объект.

«Территорияларҙы үҫтереү фонды менән субъекттарҙың берлектәге эше һөҙөмтәһендә оҙаҡ төҙөлгән йорттар 1315-кә, йәғни ике тапҡырға тиерлек кәмегән, – тип билдәләне Марат Хөснуллин. – Был объекттар өлөшсөләренең хоҡуҡтары федераль йәки төбәк механизмдары менән яҡланған. Улар фатир асҡыстары йәки үҙҙәренә тейешле компенсация алырға хоҡуҡлы», – тип билдәләне вице-премьер.

Территорияларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илшат Шаһиәхмәтов объекттар һанын кәметеүҙә ыңғай динамика күҙәтелгән төбәктәрҙе атаны.

«Мәскәү өлкәһе, Ленинград өлкәһе, Краснодар крайы, Новосибирск өлкәһе, Башҡортостан», – тине ул.

Быйыл Башҡортостанда 39 проблемалы объекттың алданған өлөшсөләре мәсьәләһен хәл итеү бурысы тора. Бер йыл элек был һан 106 ине.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: