Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 15:21

Башҡортостан делегацияһы – Белоруссияла

Республика етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация – Беларусь Республикаһында. «Беҙҙең делегация Минскиҙа эш башлай. Беларусь – Башҡортостандың күптәнге, ышаныслы һәм стратегик партнеры. Ә белорустар – беҙҙең туғандар!», – тип яҙҙы Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

Башҡортостан делегацияһы – Белоруссияла
Башҡортостан делегацияһы – Белоруссияла

Эшлекле программа сиктәрендә бер нисә эшлекле, шул иҫәптән Белоруссия премьер-министры Роман Головченко менән осрашыу күҙаллана.

Бынан тыш, делегация вәкилдәре сәнәғәт объекттарына һәм мемориаль комплекстарға барырға, шулай уҡ 2023 йылдың йәйендә Өфөлә үтергә тейешле Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумына әҙерлек барышын тикшерергә планлаштыра, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Башҡортостан делегацияһы составында – хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров, беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов, вице-премьер – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев, шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар, үҫеш институттары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас в