Улар араһында төрлө кимәлдәге депутаттар — ауыл биләмәләре советтарынан алып республика парламентына тиклем.
Константин Толкачёв һүҙҙәренсә, улар араһында Дәүләт Йыйылышы депутаты Булат Йомаҙилов та бар. Ул уҙған йылдың декабрендә махсус хәрби операция зонаһына китте, тип хәбәр иткәйне «Башинформ».
«Депутаттар гуманитар ярҙам йыйыуҙа даими ҡатнаша һәм яҡташтарыбыҙға гуманитар йөк оҙата, хәрбиҙәр һәм медиктар урынлашҡан зонаға бара, — тине Константин Толкачёв. — Мин үҙем дә унда ике тапҡыр барҙым, декабрҙә Херсон өлкәһендә булдым. Закондар сығарыу буйынса ҙур эш алып барыла. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам буйынса закондар әҙерләнә һәм ҡабул ителә. Фронтҡа ярҙам итергә теләгән ирекмәндәр менән бәйләнеш тотабыҙ. Кемгәлер — биналар, кемгәлер материалдар етмәй, ә кемдеңдер логистика менән проблема. Бөтә кимәлдәге депутаттар Шайморатов исемендәге штабтарҙың эшенә ҡушылды. Штабтар мобилизацияланғандарҙың ғаиләләренә адреслы ярҙам күрһәтә. Эш күп. Халыҡтың берҙәмлеге һәм мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуы ярҙам итә».
Башинформ.