Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар , 14:00

Стәрлетамаҡ өсөн дә күп эшләне

Республаканы  етәкләгән йылдарҙа Мортаза Ғөбәйҙулла улы Стәрлетамаҡ өсөн дә күп эшләне. Ҡалабыҙҙа бер-бер артлы мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар, спорт һарайҙары һәм башҡа социаль, производство объекттары асылды, юлдар төҙөлдө. Хәйер, бөтә эштәрҙе һанап бөтөрөрлөкмө һуң? Ул ҡалабыҙҙы шул йылдарҙа етәкләгән  хакимиәт башлығы Спартак Әхмәтов менән бер төптән, матур итеп эшләне. Мортаза Ғөбәйҙулла улының ҡалабыҙға килгән мәлдәре күптәрҙең хәтерендә матур бер ваҡиға булып уйылып ҡалған. Яҡты хәтирәләре менән бүлешеүҙәрен үтенеп, беҙ уларҙың бер нисәһенә мөрәжәғәт иттек.

Миҙхәт МУСАҠАЕВ, Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы директоры:

– 1997 йылда Мортаза Рәхимов беҙҙең яңы уҡыу корпусын асыу тантанаһына килгәйне. (Әйткәндәй, ул корпусты төҙөүгә төп өлөштө ул саҡтағы “Сода” предприятиеһы  директоры, шулай уҡ мәрхүм Вячеслав Титов индерҙе.) Хәтерләйем, ныҡ ҡыуанғайны ул саҡта Мортаза Ғөбәйҙулла улы. Сығыш яһағандан һуң,  спортсы студенттарҙы ярыштарға йөрөтөү өсөн ул  беҙгә  “ГАЗель” люкс машинаһын бүләк итте.

Аҙаҡ та күрешергә насип булды тормош юлында – миңә республиканың төрлө наградаларын тапшырҙы. Спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.

Зимфира Ибраҡова, 62-се “Толпар” балалар баҡсаһының  1995-2017 йылдарҙағы мөдире:

– 1995 йылда Стәрлетамаҡта балаларҙы башҡорт теленә өйрәтер өсөн берҙән-бер балалар баҡсаһы асылды. Әлбиттә, был осорҙа башҡорт мәктәбе, башҡорт балалар баҡсаһы асыу үҙе бер ҡаҙаныш ине. Мортаза Ғөбәйҙулла улы өсөн башҡорт телен, мәҙәниәтен, тарихын балаларға өйрәтеү мотлаҡ булып торҙо, ул, хәтерләйһегеҙҙер, республикала башҡорт телен үҫтереүҙә йәне-тәне менән ныҡ тырышты. Әгәр бөгөнгө көндә ниндәйҙер милли учреждение ныҡлы эшләп килә икән, был уның да эш һөҙөмтәһе, сөнки нигеҙ нәҡ шул йылдарҙа һалынды. Беҙҙә тәрбиәләнгән балалар төрлө сараларҙа ҡатнаша ине, шул иҫәптән бер нисә тапҡыр уны ҡаршы алыуҙа ла ҡатнаштыҡ. Был ваҡиғалар балаларҙың да, ололарҙың да күңелендә ғүмерлеккә матур бер ваҡиға булып нығынып ҡалды.

Әйткәндәй,   ул ваҡытта кескәйҙәр өсөн милли итектәр табыуы бик ҡыйын ине. Беҙ Стәрлетамаҡ күн-аяҡ кейемдәре фабрикаһы директоры Р.Ғ.Рыҫҡолов  менән бергәләп был мәсьәләне хәл итә инек.

Заман талаптарына яраҡлаштырылған тәрбиәүи саралар, алымдар ярҙамында киләсәктә аяҡта ныҡ баҫып тороу өсөн ҙур ышаныс тыуҙырҙы. Ҡала мөхитендә үҫкән башҡорт балаларында милли рух тәрбиәләү, башҡа милләт балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтеү әлеге көндә лә “Толпар” балалар баҡсаһының изге ниәте булып тора. Ҡасандыр беҙҙең балалар баҡсаһына йөрөгән балалар хәҙер инде үҙҙәре атай, әсәй булып, балаларын беҙҙең баҡсаға йөрөтә.

Фотолар Миҙхәт Мусаҡаевтың һәм Зимфира Ибраҡованың  шәхси архивынан алынды.

 

 

Стәрлетамаҡ өсөн дә күп эшләне
Стәрлетамаҡ өсөн дә күп эшләне
Автор:Роза Сафина
Читайте нас в