Башҡортостан Башлығы һәм предприятие етәкселеге уҡыусылар өсөн мәктәп формаһы сығарыуҙа хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре тураһында һөйләште. - Башҡортостанда етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим иттем, әммә был ҡатмарлы процесс. Беҙҙең баҙарҙы костюмдар өсөн дә асырға кәрәк. Белоруссияла министрҙар, төбәк башлыҡтары ошо предприятиела тегелгән костюмдар кейә, - тине Радий Хәбиров.
Продукцияның төп ҡулланыусыһы – Рәсәй, унда кейем экспортының 70 проценты тура килә. Компания Рәсәйҙең "Донатто" сауҙа маркаһы менән хеҙмәттәшлек итә, ә был компанияның Өфөлә - өс һәм Октябрьскийҙа бер магазины бар.
– Бер-беребеҙҙе баһалайбыҙ. Предприятие етәксеһенә кейем етештереүҙе беҙҙең республикала локалләштереү мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим иттем, – тине Радий Хәбиров. – Айырыуса хәҙер, Көнбайыш компанияларының күбеһе беҙҙе кейем менән тәьмин итеүҙән баш тартҡанда, белорус костюмдарына беҙҙең баҙарҙы киңерәк асырға кәрә
glavarb.ru/rus