Был илдәге иң эре комбайн һәм башҡа агротехника етештереүселәрҙең береһе. Улар Рәсәйгә, БДБ илдәренә һәм алыҫ сит илдәргә оҙатыла. Яңы ҡорамалдар линияһында 16 төрҙәге машина һәм уларҙың 70-тән ашыу моделе иҫәпләнә. Төбәк етәксеһе предприятиеның етештереү цехтарын ҡараны, сығарылған изделиеларҙың өлгөләре менән танышты.
- Беҙ ауыл хужалығын модернизациялау программаһын дауам итәбеҙ һәм даими рәүештә лизинг программалары буйынса Белоруссия техникаһын һатып алабыҙ. Уға ихтыяж ҙур, - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан менән Гомель өлкәһенең артабанғы пландарында - республикала «Гомсельмаш» иген урыу комбайндарын йыйыуҙы ойоштороу.
Предприятие майҙансығында Радий Хәбиров шулай уҡ «Гомельагрокомплект» компанияһының экспозицияһын ҡараны. Ул малсылыҡ хужалыҡтары өсөн һауыу ҡулайламалары һәм башҡа ҡорамалдар етештерә.
***
Гомелдә Радий Хәбиров шулай уҡ «САЛЕО» холдингының етештереү майҙансығында булды. Уға 2014 йылда нигеҙ һалынған һәм ул «АМКОДОР» структураһына инә. Холдинг Белоруссия, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең ауыл хужалығы, юл, төҙөлөш һәм урман техникаһы производстволары өсөн гидравлик компоненттар сығарыуға махсуслаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған көндәрҙә Радий Хәбиров Дзержинск ҡалаһында машиналар эшләү тармағы өсөн гидравлик узелдар һәм агрегаттар етештергән «САЛЕО» холдингы предприятиеларының береһендә булды.
Башҡортостан Башлығы сайты.