Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 16:01

Электр йылыта ла ул...

Яңы йылдың ғинуар айы күп кенә янғынға бәйле күңелһеҙ ваҡиғаларҙан башланып китте. Башҡортостан Республикаһы буйынса йыл башынан бөтәһе 406 янғын сығыу осрағы, 29 кешенең янғында ғүмере өҙөлөүе, 24 кешенең төрлө тән йәрәхәттәре алыуы теркәлде. Миҫал өсөн сағыштырғанда, 2022 йылдың беренсе айҙарында бөтәһе 343 янғын сығыу осрағы, 11 кешенең янғында ғүмере өҙөлөүе, 20 кешенең төрлө тән йәрәхәттәре алыуы теркәлгән ине.

Электр йылыта ла ул...
Электр йылыта ла ул...

Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре булып был айҙар-ҙа ғәҙәттә төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын ҡулланыу, кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе һ.б. тора.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ябай ғына ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу кәрәклеген иҫкәртә: бәләкәй балаларға шырпы уйынсыҡ түгел икәнен аңлатығыҙ, шырпыны балаларҙың ҡулы етмәҫлек урындарҙа һаҡлағыҙ; ҡабыҙылған электр ҡорамалдарын, йылытыу приборҙарын ҡулланғанда, мейес, мунсаға яҡҡанда ут менән һаҡ булығыҙ; төҙөк электр ҡорамалдары менән генә файҙаланығыҙ; электр сымдарын һыулау, обой менән йәбештереү, сөй эләктереү, тартыу һәм бәйләү тыйыла; иҫке шнур, һәм оҙонайтҡыстар (удлинитель), төҙөк булмаған розетка, штепсель менән файҙаланмағыҙ; ҡулдан эшләнгән электр приборҙары, стандарт булмаған ҡорамалдар, предохранителдәр менән ҡулланыу тыйыла; өйөгөҙҙән сыҡҡанда телевизор, яҡтыртҡыс лампаларҙы, электр йылытыусы, газ приборҙарын һ.б. һүндереп сығығыҙ; өйөгөҙҙә һәм йорт-ҡура тирәһендә янғын һүндереү ҡорамалдары, һыу менән һауыт, биҙрә һәр ваҡытта ла әҙер торорға тейеш.Һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың ғүмере, мөлкәтегеҙҙең именлеге һеҙҙең ҡулда!


Өлфәт МӨХӘМӘТЙӘНОВ,
16-сы янғын-ҡотҡарыу часының ҡарауыл начальнигы, эске хеҙмәттең өлкән лейтенанты.

Автор:
Читайте нас: