Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 12:00

ЕНӘЙӘТ ЭШТӘРЕ КӘМЕҺӘ ЛӘ...

Полиция кәңәшмәһендә коррупция мәсьәләһе лә ҡаралды

Нисек кенә булмаһын, иң төп ҡорал – закон! Хоҡуҡтарыбыҙ ҙа, бурыстарыбыҙ ҙа ошо иң төп документҡа ҡарап билдәләнә. Законды һаҡлау, енәйәттәрҙе асыҡлау ҡалала нисек бара икән? Стәрлетамаҡта БР буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы урындағы идаралығының 2022 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.

Сарала ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов, БР буйынса Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса идаралыҡ начальнигы Геннадий Мосякин, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралыҡ начальнигы  Илдар Хөрмәтуллин, ҡала прокуроры Дмитрий Коровкин, БР буйынса Рәсәй УФСИН  (яза башҡарыу федераль  хеҙмәте идаралығының)  ҡала филиалы начальнигы Данияр Мөхәмәтшин, БР буйынса Рәсәй Тәфтиш комитеты идаралығының Стәрлетамаҡ буйынса тәфтиш бүлеге етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, БР буйынса суд приставтарының Стәрлетамаҡ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Гөлнара Мирғәлиева, ҡала суды рәйесе вазифаһын башҡарыусы Вилмир Хөснөтдинов һәм Эске эштәр министрлығының милиция ветерандары советы участка уполномоченныйҙарының беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе Наил Шаҡбаҫаров ҡатнашты.

Идаралыҡтың  штаб начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Айрат Йомағолов оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенең 2022 йылғы эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үткән йыл йомғаҡтары буйынса теркәлгән енәйәттәрҙең һаны 2,4 процентҡа кәмегән, ә барлығы 4054 енәйәт теркәлгән булған. Ҡалала фәҡәт профилактик эштәр алып барыу һөҙөмтәһендә ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәттәрҙең һаны кәмей төшкән. Шулай уҡ йәмәғәтселек урындарында ла енәйәттәр кәмеүе күҙәтелгән. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ полицияһында кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Геннадий Мосякин был мәсьәләне контролгә алырға һәм саралар комплексы булдырырға ҡушты. Ул шулай уҡ полициялағы һәр подразделениеға айырым ҡәтғи күрһәтмәләр бирҙе, уларҙың үткән йылғы эштәренән ҡәнәғәт булмауын йәшермәне.

– Һәр ваҡыт эшегеҙҙе башҡарғанда һалҡын окопторҙа ултырған егеттерҙе иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Һеҙ бында өсләтә тырышырға тейеш, – тине ул.  Ә һуңынан йомшара биреп. – Дөйөм алғанда 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса ҙур эш башҡарылған. Еңел булмаған эшегеҙ өсөн рәхмәт, – тип йомғаҡланы һүҙен Геннадий Александрович.

Ҡала прокуроры Дмитрий Коровкин Эске эштәр идаралығы тарафынан кире ҡағылған эштәрҙә енәйәт эше ҡуҙғатырлыҡтарының байтаҡ булыуына баҫым яһаны. Кире ҡағылған эштәрҙә – кеше яҙмыштары, – тине ул. Шулай уҡ 270 мең халҡы булған Стәрлетамаҡта үткән йылда коррупцияның бер осрағы ла булмауына шик белдерҙе прокурор. Геннадий Мосякин да был хәлгә ғәжәпләнеүен йәшермәне, фәһемле күрһәтмәләр бирҙе.

Сәләмләү телмәре менән кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға  ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов мөрәжәғәт итте. Ул 2022 йылдың барыбыҙ өсөн дә ябай булмауын, ә эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре өсөн икеләтә ҡатмарлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Ҡала сараларын үткәргәндәге яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Улар  фәҡәт һеҙҙең тырыш хеҙмәтегеҙ арҡаһында хәүефһеҙ һәм тәртип боҙоуһыҙ үтә. Ҡалғандар ял иткәндә, һеҙ эшләйһегеҙ. Был, ысынлап та,  юғары профессионализм һәм ҙур яуаплылыҡ, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Идаралыҡтың эштәре менән үрнәк булған полиция хеҙмәткәрҙәре – Тимур Латипов, Илмир Йәнбирҙин һәм Артур Хәйретдиновҡа  ҡала етәксеһе  рәхмәт хаттары ла тапшырҙы. Сарала, шулай уҡ, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә төрлө билдәләр менән бүләкләнде.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КРАМСКОВ фотоһы

ЕНӘЙӘТ ЭШТӘРЕ КӘМЕҺӘ ЛӘ...
ЕНӘЙӘТ ЭШТӘРЕ КӘМЕҺӘ ЛӘ...
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: