Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар , 17:30

МАҢЛАЙҘАРҘЫ КҮГӘРТЕП БӨТҺӘ ЛӘ ТЫРМА... Мутлашыусылар “тоҙағына” эләгеүселәр арта

Әллә күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡала халҡы һаман да аферистар ҡорбаны булып тора. Бына тағы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 33 йәшлек ир “ҡармаҡҡа” эләккән – ул мутлашыусыларға 300 мең һум аҡсаһын күсергән.

МАҢЛАЙҘАРҘЫ КҮГӘРТЕП БӨТҺӘ ЛӘ ТЫРМА... Мутлашыусылар “тоҙағына” эләгеүселәр арта
МАҢЛАЙҘАРҘЫ КҮГӘРТЕП БӨТҺӘ ЛӘ ТЫРМА... Мутлашыусылар “тоҙағына” эләгеүселәр арта

Һеҙҙең аҡсағыҙҙы урларға маташалар...

Сценарий ғәҙәттәгесә: иргә билдәһеҙ бер кеше “банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте”нән шылтыратып, “картағыҙҙан аҡса урларға маташалар, тиҙ генә махсус ҡушымта күсереп алығыҙ” тип әйтә. Шулай инструкцияларға таянып, ир, үҙе-нең кеҫә телефонының хәүефһеҙлеген тикшереү маҡсатында, махсус мобиль ҡушымта эшләп ала. Шунан һуң мутлашыусы ир кешегә аҡсаһын ошо махсус “страховкалау ячейкаһы”на күсерергә ҡуша. Зыян күреүсе шулай эшләгән дә. Әммә аҙаҡтан шикләнеп, ул банктың ҡыҙыу элемтәһенә шылтырата һәм картаһын блокировкалай. Ләкин 300 мең һум аҡсаһын инде юғалтҡан була... Был осраҡта ир бер генә ҡағиҙәне иҫтә тотҡанда ла аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡмаҫ ине: банктар бер ҡасан да “һеҙҙең аҡсағыҙҙы урларға маташалар” тип шылтыратмай!
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ида-ралығының тәфтиш бүлеге ошо осраҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы 159-сы Енәйәт кодексының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Иң йыш алданыусылар

Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа интернет ярҙамында мутлашыу ҙа яйлап ҡына арта бара (республика буйынса 40 процент), ә инде һуңғы бер ай эсендә бигерәк тә йышайҙы. Атап әйткәндә, Стәрлетамаҡта былтыр нәҡ әлеге ысул менән 1278 енәйәт теркәлгән, республика буйынса – 13189. РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығың тәфтиш идаралығы етәксеһе Венер Хисамов белдереүенсә, башлыса бындай мутлашыусылар тоҙағына алтмыш йәштән өлкәндәр, пенсионерҙар эләгә икән – әлеге енәйәтселәр ҡорбанының 37 проценты. Шуға ла Венер Наил улы бигерәк тә өлкән йәштәгеләргә иғтибарлыраҡ булырға, уларҙың яҡындарына ата-әсәләре, өлкән йәштәге туғандары гаджеттар менән ҡулланғанда йышыраҡ яндарында булырға кәңәш итте.

Осона сығып булмай тиерлек

Тәфтишсе һөйләүенсә, әлеге енә-йәттәрҙе асыҡлау һәм инде бәләгә тары-ған кешегә ярҙам итеү бик ауырға тура килә. Сөнки мутлашыусылар, эҙҙәренә төшмәҫ өсөн, әллә нисәмә боролошло юл һайлай. Мәҫәлән, улар шылтыратып яҡын туғанығыҙҙың кеше туҡмауы, тапатыуы, үлтереүе хаҡында хәбәр итә һәм “эште” тәрәнгә ебәрмәҫ өсөн аҡса һорай. “Ҡапҡанға” эләгеүсенән аҡсаны ялланған таксист килеп ала һәм ул билдәле бер иҫәпкә күсерә. Операция башҡарған өсөн үҙенә процент алып ҡала. Ғәҙәттә, таксист енәйәттә ҡатнашҡанын белмәй ҙә ҡала. Аҙаҡ иһә мутлашыусы теге иҫәптән икенсегә күсерә, аҙаҡ йәнә икенсеһенә... Шулай итеп, осона сығып та булмай. Шул уҡ ваҡытта аҡсаны ла кире ҡайтарыу мөмкин түгел. Уныһы бер бәлә, хәҙер енәйәтселәр, телефон паролдәрен, һандарын, кешенең банк иҫәбе һандарын, документ, ҡултамғаларҙы ҡулланып, хатта кредит та ала. Был осраҡта инде кеше икеләтә ҡаза күрә: беренсенән, аҡсаны кире ҡайтарып булмаһа, икенсенән, банкка кредит түләргә тейеш булып сыға. Ә ғәҙәттә банктар был осраҡта ҡаза күреүсе яҡлы түгел йәки алынған кредитты нисек тә ҡаза күргән кешенән түләтергә тырыша. Үкенескә ҡаршы, әлегә бындай осраҡтарҙы көйләүсе закондар камиллаштырылмаған да. Хатта камиллаштырылған осраҡта ла, бындай ваҡиғала үҙеңдең енәйәт ҡорбаны булыуыңды иҫбатлау бик ауырға тура килә, ти белгестәр.

Аварияға эләктем...

Тағы ла Стәрлетамаҡта “Һеҙҙең улығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына эләкте” енәйәт схемаһы буйынса эшләнгән мутлыҡ осраҡтары ла йышайҙы. Ғәҙәттә, был осраҡта мутлашыусы һеҙҙең туғанығыҙҙы яҡшы белә булып сыға йәки социаль селтәрҙәге, башҡа төр сығанаҡ аша мәғлүмәт алған. Шунан ул нәҡ шул туғанығыҙ булып авария яһауы тураһында әйтә, йә юл хәүефһеҙлеге инспекторы исеменән һөйләй. Сценарий бер үк: “туғанығыҙҙың хәлен еңеләйтеү өсөн аҡса түләргә кәрәк – ул сумманы күпмелер ваҡыттан бер кеше килеп ала” һәм... һеҙ енәйәт ҡорбаны булаһығыҙ!..

Украинанан шылтыраталар

Полиция вәкиле белдереүенсә, телефон аша шылтыратыусы мутлашыусылар бәйләнешкә ҡайҙан ғына сыҡмай, ғәҙәттә, асыҡлауы ауырға тура килә. Әлбиттә, һеҙҙең телефонда һандар күренә ул, ләкин аҙаҡ кире шылтыратһаң, йә прокуратураға эләгәһең, йә полиция бүлегенә. Ғөмүмән, технологиялар ярҙамында енәйәтселәр шылтыратыусының телефон һандарын үҙгәртә, хатта әлегеләй “шаяртыу” аша прокуратура һандарынан шылтыратырға ла тартынып тормайҙар.
Енәйәтсене тотор өсөн енәйәтсе һымаҡ уйларға, унан бер аҙым алда барырға кәрәк, тиҙәр. Телефон-интернет мутлашыусыларын асыҡлау өсөн технологиялар өлкәһендә тәрән белгес булыу мотлаҡ. Үкенескә ҡаршы, был йәһәттән Рәсәйҙә хәүефһеҙлек тәь-мин итеүселәргә әүҙемерәк булырға ҡала – әлеге өлкә вәкилдәре быны үҙҙәре лә таный. Шулай ҙа эш яй-лап алға бара, енә- йәтселәр тотола,
ҡайҙан шылтыратыуҙар булғаны асыҡлана.
– Һуңғы ваҡытта Украинанан шылтыратыусылар йышайҙы, енәйәт-селәрҙең осо шул илгә барып төртөлә, енәйәтселәр интернет ярҙамында мәғлүмәт ала, аҡса урларға маташа, “бомба һалынды” тигән ялған хәбәр ебәрә, – ти Венер Хисамов.
Уйлай китһәк, күрше илдә ултырған енәйәтсе һинең кем икәнеңде лә белмәй, әммә асыҡ мәғлүмәттәр уға һинең турала барыһын да белергә ярҙам итә.
Украина тигәндән, махсус хәрби операция башланғас, мобилизация буйынса ярҙам итәбеҙ, гуманитар ярҙам кәрәк, тип алдап шылтыратыуҙар ҙа барлыҡҡа килде. Йәнәһе лә һеҙгә “колл-үҙәк”тәрҙән шылтыраталар...
– Интернет бер яҡтан мәғлүмәт алыуҙа, таратыуҙа ярҙам итһә, икенсе яҡлап мутлашыу өсөн уңайлы, наркотик һатыуҙар, терроризмға бәйле күренештәр ҙә интернет аша башҡарыла, – тип белдерҙе үҙенең сиратағы оператив кәңәшмәһендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов та. – Ошондай шылтыратыуҙар арҡаһында мәктәптәрҙә йыш ҡына уҡыу процесын туҡтатып торорға тейешбеҙ, башҡа сара юҡ, сөнки мәғлүмәтте тикшерергә, бомба һалынғанмы-юҡмы икәнлеген асыҡларға тура килә, – тип тә өҫтәне Рөстәм Фәрит улы.
Ысынлап та, төрлө учреждениеларҙың электрон почтаһына ошондай эстәлекле хаттар килә, шылтыратыуҙар була, ғәҙәттә, улар алда телгә алған илдән сыға. Әммә дәүләт учреждениелары мәғлүмәтте йәшереп тә ҡуя алмай. Хәйер, был мәғлүмәт менән көрәшергә генә ҡала – Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә лә халыҡ араһында фашистар тарафынан “Һеҙҙең армия еңелде, беҙҙең яҡлы булығыҙ” һымағарыҡ ҡағыҙҙар йыш ҡына таратылған бит...

Йомғаҡлау урынына

Хөрмәтле ҡала халҡы! Билдәһеҙ һандарҙан банк хеҙмәткәрҙәре булып шылтыратһалар, һөйләшмәгеҙ, шикле мобиль ҡушымталарҙы телефонығыҙға күсермәгеҙ һәм тәҡдим ителгән һылтанмалар буйынса инмәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. Таныштарығыҙ йәки туғандарығыҙ телефон аша ярҙам һораһа, уға үҙегеҙ белгән телефондан мотлаҡ шылтыратығыҙ. Һеҙҙең менән ысынлап та яҡын кешегеҙ һөйләшеүен асыҡлау мөһим. Шулай уҡ уларҙың исеменән килгән, мөрәжәғәт иткән осраҡлы курьерҙар аша аҡса тапшырмағыҙ. Мутлашыусыларҙың ошондай эшмәкәр-леге тураһында яҡындарығыҙға һәм ололарға һөйләгеҙ.
Венер Хисамов билдәләүенсә, интернет енәйәтселәрен бер ысул аша ғына еңеп була, ул да булһа ябай ғына – банктан тип, яҡынығыҙ авария эләккән тип шылтыратһалар, мәғлүмәтте мотлаҡ тикшерегеҙ, ашыҡмағыҙ!
Әлбиттә, интернет аша мутла-шыусылар тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәлә беренсе тапҡыр сыҡмай, ғөмүмән, был күренеш хаҡында киң мәғлүмәт саралары әленән-әле иҫкәртеп тора, ләкин, үкенескә ҡаршы, мутлашыу осраҡтары, киреһенсә, арта ғына бара. “Баҫҡан тырма маңлайҙарҙы күгәртеүҙән” туҡтар өсөн, ниһайәт, алған мәғлүмәтте тикшерергә, ҡабаланмаҫҡа һәм кәңәш һорарға күнегергә кәрәктер беҙгә!

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
- Банк картаһындағы өс һанлы кодты бер кемгә лә әйтмәгеҙ, хатта банк хеҙмәткәре тигән ышаныс булһа ла.
- Телефонға килгән смс-хәбәр-ҙе шулай уҡ шылтыратыусыға әйтмәгеҙ.
- Үҙегеҙ хаҡында социаль селтәрҙәрҙә шәхси мәғлүмәттәр һалырға тырышмағыҙ.
- Телефонға таныш булмаған кешенән килгән смс-хәбәрҙәрҙәге һылтанмаға инмәгеҙ, таныш булған кешенән килгән осраҡта, шылтыратып, алдан асыҡлағыҙ.
- Телефонығыҙға тикшермә-йенсә ҡушымталар урынлаштырмағыҙ.

Нимәгә иғтибар итергә?
- Банк хеҙмәткәре “аҡсағыҙҙы урларға маташалар” тип шылтыратмай.
- Туғанығыҙ аварияға эләккән хәлдә лә испектор һеҙҙән телефон аша аҡса талап итмәй.
- Гуманитар ярҙам һорап телефондан шылтыратмайҙар.

Рәмил МАНСУРОВ.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас в