Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 06:50

Белоруссия менән берлектә уҡыу-хәрби үҙәктәр булдырыла

Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенең Белоруссия менән  берлектә уҡыу-хәрби үҙәктәр булдырыу тураһындағы килешеүен хупланы. Бойороҡ хоҡуҡ мәғлүмәте порталында баҫылып сыҡты.

Дәүләт Башлығы Оборона министрлығына Сит илдәр министрлығы ҡатнашлығында Белоруссия яғы менән һөйләшеүҙәр уҙғарырға ҡушты.

Документ проектына ярашлы, ундай үҙәктәрҙең төп мәсьәләһе – ике яҡтың да ҡораллы көстәренең хәрби әҙерлеген  унификациялау (бер системаға килтереү), уларҙың хәрби күнекмәләрен яйға һалыу кимәлен күтәреү.

Белоруссия шулай уҡ проектты хупланы.

Р.САФИНА.

 

Белоруссия менән берлектә уҡыу-хәрби үҙәктәр булдырыла
Белоруссия менән берлектә уҡыу-хәрби үҙәктәр булдырыла
Автор:Роза Сафина
Читайте нас