Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Февраль 2023, 07:20

Түләүҙәр һәм пособиелар арта

Рәсәйҙә йәшәүселәр тормошонда февралдән ниндәй үҙгәрештәр көтөлә – түләүҙәр һәм пособиелар нисек артасаҡ?

Рәсәйҙә йыл һайын февралдә  социаль түләүҙәр, пособиелар һәм компенсацияларҙы индексациялау уҙғарыла. Уларҙың күләме үткән йылғы фактик инфляция кимәленән сығып иҫәпләнелә.  1 февралдән халыҡҡа ярҙам итеү өсөн 40-тан ашыу аҡса саралары индексацияланасаҡ – уларҙы 11,9 процентҡа арттырысаҡтар.

Социаль түләүҙәрҙе индексациялауға йәмғеһе 150 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Атап әйткәндә, әсәлек капиталы һәм пенсиялар артасаҡ, һәм шулай уҡ  медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн яңы социаль түләүҙәр һәм элемтә операторҙары өсөн штрафтар барлыҡҡа киләсәк.

Р.ЗАМАНОВА.

Түләүҙәр һәм пособиелар арта
Түләүҙәр һәм пособиелар арта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас