Заманса технология менән ҡулланыр өсөн ҡайһы бер банктарҙың бүлексәләрендә Берҙәм биометрия системаһында теркәлергә кәрәк. Артабан бындай ярҙамды күп функциялы үҙәктәрҙә һәм махсус мобиль ҡушымталарҙа ла алыу мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ был сервисты ҡулланыуға ризалыҡ бирергә кәрәк буласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алған аҡсаны фатир һатып алыу, өй һалыу йәки бала уҡытыу өсөн тотонорға була.
Элек түләүҙәрҙе ҡулаҡса менән мохтаждар исемлегенә ингән ғаиләләр генә ала ала ине. 2023 йылдан капиталдан айлыҡ пособиелар йән башына килеме төбәктәге ике йәшәү минимумынан артмаған ғаиләләргә генә биреләсәк
Р.УСМАНОВА.