Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 17:05

Ил күргәнде күрәбеҙ

Ҡала халҡы депуттарға коммуналь хаҡтар буйынса мөрәжәғәт итте Ҡулланыусылар йылылыҡ, яҡтылыҡ, һыу һ.б. өсөн тарифтар артыуына зарланһа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре бынан ярты быуат элек, хатта унан да күберәк алда төҙөлгән йорттарҙың, ундағы инженер селтәрҙәренең иҫкереүе, туҙыуы арҡаһында яфа күреүен белдерә. “Алтын уртаҡлыҡ” бармы шулай ҙа? Ошо һорауға күптән түгел үткән осрашыуҙа яуап эҙләп ҡаранылар – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары 3-сө һәм 4-се һайлау округтары биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың етәкселәре (совет рәйестәре), “Торлаҡ хужалығы тресы” идарасы компанияһы етәкселеге менән осрашты.

“Ғәҙәти һорауҙар”

Халыҡтың йәшәү сифаты һәм шарттары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлегенә, үҙ бурыстарын нисек үтәүенә бәйле. Һәм ул – йәшәйешебеҙҙең үтә мөһим, шул уҡ ваҡытта күп мәшәҡәтле һәм ҡатмарлы бер тармағы. Һуңғы ваҡытта халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу, яңы талаптарға яуап биргән сифатлы хеҙмәт күрһәтеү буйынса бик күп эштәр башҡарыла.

Әлеге осрашыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, ҡала инфраструктураһы үҫеше һәм ҡала төҙөлөшө буйынса Советтың даими комиссияһы рәйесе Александр Владимирович Бабнищев, ҡала Советы депутаты Игорь Анатольевич Сыров, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Марина Николаевна Матюхина, Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса йәмәғәт торлаҡ контроле етәксеһе Булат Бәхти улы Вәлиев, “ТЖХ” (“Торлаҡ хужалығы тресы”) идарасы компанияһы вәкиле Александр Сергеевич Власов, халыҡ менән осрашып, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә килеп тыуған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште.

 Йорттарҙа йәшәүселәр етәкселәргә ихаталарҙы, машина ҡуйыу урындарын, йәйәү йөрөй торған тротуарҙарҙы ҡарҙан таҙартыу, ҡыйыҡтарҙағы боҙбармаҡтарҙы алып ташлау кеүек, тәү ҡарашҡа ғәҙәти булған һорауҙарҙы ла яуҙырҙы. Хәйер, был өлкәлә “ғәҙәти һорауҙар” буламы икән?..

Ҡыш бауыры оҙон, тигәндәй, әленән-әле йә өҫтән яуып торған ҡар, йә күҙ асҡыһыҙ бурандар, ҡыйыҡтарға һалған көрттәр, саҡ ҡына ҡояш сығып, йылытып ебәреү менән иреп, туңып ҡалған боҙбармаҡтар... Быныһы әле тәбиғәт күренештәре генә. Шулай булһа ла, Аллам һаҡлаһын, берәй хәл була ҡалһа – торлаҡ коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре (идаралыҡтары) яуап бирә бит. Эйе, уларҙың һәр нәмәлә эше бар. Тик был – уларҙың тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ эшенең бер өлөшө генә.

Бынан тыш, осрашыуҙа сүп һауыттарының тейешенсә эшләү-эшләмәүе, подъездарҙағы тәртип, лифттарҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүен тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Һәм, әлбиттә, ошо өлкәлә хеҙмәтләндереүсе персоналдың эш хаҡын күтәреү тураһында ла һүҙ булды.

Бер рәхәттең – бер ҡыйыны...

Әлбиттә, халыҡты борсоған мөһим мәсьәләләрҙең береһе – коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың артыуы. Халыҡтың бәкәленә һуҡҡан был теманы ла урап үтмәнеләр сарала. Был йәһәттән торлаҡ-коммуналь өлкәһендәге идарасы компаниялар РФТорлаҡ кодексында күрһәтелгән бурыстар исемлеген теүәл үтәргә һәм шулай уҡ күрһәтмәләрҙе башҡарырға тейеш. Идарасы компанияға йөкмәтелгән мөһим бурыстарҙың береһе – йорттарҙы тейешенсә йылытыу.

Шулай уҡ мөһим коммуналь хеҙмәттәр – һыуыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итеү, күп фатирлы йорттоң эсен ремонлау, электр селтәрен, счётчиктарҙы алыштырыу, күп фатирлы йорттарҙа косметик ремонт яһау, подъездарҙы ремонтлау, йорт яны территорияларын йыйыштырыу һәм төҙөкләндереү, лифт һәм подъездарҙы таҙа тотоу – быларҙың барыһы ла идарасы компанияларҙың иңенә төшә.

Осрашыуҙа һөйләшеү ошо хаҡта ҡыҙыу барҙы. Осрашыуҙа граждандар үҙҙәрен борсоған төрлө һорауҙар яуҙырҙы. Әйтәйек, майҙаны яғынан бер үк квадратуралы йорттарҙа ла коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың төрлөсә булыуы асыҡланды. Бында инде нилектән шулай икәнлеген аңлау өсөн мәсьәләне ентекләп өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер һорауҙарға шунда уҡ яуап алдылар, ә ҡатмарлыраҡ мәсьәләләрҙе иһә өйрәнергә ваҡыт кәрәк буласаҡ, тигән ҡарарға килделәр.

Урамда йылыналар

Барыбыҙға ла мәғлүм, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар күҙгә күренеп арта, ә шуның яртыһы тиерлек йылытыу өсөн китә. Уның ҡарауы, ҡыш көндәрендә, хатта ҡышҡы ҡаты һыуыҡтар ваҡытында ла, бер кем дә өйҙә һыуыҡ тип зарланғанын ишеткәнебеҙ юҡ әле. Миҫал өсөн сағыштырыу: мәҫәлән, күптәрҙең яратҡан ял итеү урыны булған Төркиәлә йорттарҙа үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы бөтөнләй юҡ икән. Өйҙө йылытыу өсөн электр системаһы ҡулланыу бик ҡыйбатҡа төшә. Шунлыҡтан, күбеһенсә, кешеләр йылыныу өсөн урамға сығып китәләр икән. Әгәр ошоларҙы уйлай китһәк, беҙгә был йәһәттән шөкөр итеп кенә йәшәргә ҡала. Йылы һөйәк һындырмай, тигәндәй, йылы өйҙә рәхәтләнеп йәшәйбеҙ.

РФ Торлаҡ кодексының 153- сө статьяһына ярашлы, граждандар үҙҙәре йәшәгән торлаҡ өсөн һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында һәм тулыһынса түләп барырға тейеш, тип иҫкәртә Торлаҡ хужалығы тресы. Ә хаҡтарҙың артыуына килгәндә, был мәсьәлә федераль кимәлдә хәл ителә. Шулай булғас, беҙгә, ил күргәнде күрергә генә ҡала. Донъялар ғына имен булһын!

Роза САФИНА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Ил күргәнде күрәбеҙ
Ил күргәнде күрәбеҙ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: