Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Февраль 2023, 14:35

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

Башҡортостанда  ике йөҙҙән ашыу оло йәштәге кешене  аҫрауға алғандар Үткән йылда ғына ла тәрбиәгә мохтаж егерме яңғыҙаҡ ҡартты ғаиләлеләр ҡарауға алған.  Был турала Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә.

 «Оло йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы ҡарау өсөн ғаилә» программаһы республикала 2017 йылда эшләй башланы. Проект яңғыҙ ҡарттарҙы һәм инвалидтарҙыпатронат ғаиләләргә алыуҙы күҙ уңында тота.

яңғыҙ ҡарттарҙы һәмредусматривает устройство одиноких престарелых жителей и инвалидов в приемные семьи. Тәрбиәгә алыныусылар  йорт шарттарында даими хәстәр аҫтында үҙҙәрен яңғыҙ итеп тоймай.

Ҡарауға алған ғаилә айына 6200 һум аҡса ала. Әгәр ҙә беренсе төркөм инвалиды йә иһә 80 йәште уҙған булһа, ул саҡта ай һайын  8060 һум түләнә.

Проект эшләй башлағаны бирле 247 патронат ғаилә 263 кешене ҡарауға алған. Әле 108 ғаиләлә 113 кеше көн күрә.

Ул «Демография» милли проектының  «Өлкән быуын» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, проект ололарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, социаль яҡлауҙы бурыс итеп ҡуя. Шулай уҡ, милли проектты тормошҡа ашырыу барышында өлкәндәрҙең медицина хеҙмәтләндереүенән файҙаланыу мөмкинлеген һәм сифатын арттырыу ҡаралған.

Р.ЗАМАНОВА.

Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Өлкәндәрҙе хәстәрләп
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: