2022 йылда ул производствоны яңыртыуға 137 млн һум инвестициялаған.
Май продукцияһы Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләмендә күпселекте тәшкил итә. Былтырғы йомғаҡтарға ҡарағанда, 177,7 миллион АҠШ доллары күләмендә продукция экспортланған.
Әйткәндәй, Ҡытай Халыҡ Республикаһында рапс майына ихтыяж ҙур, уны аҙыҡ-түлек өсөн ҡулланалар. Февраль аҙағына тиклем рапс майы тейәлгән ике тимер юл составы Ҡытайға юлланасаҡ.
Быйыл “Башҡортостан Республикаһы агросәнәғәт комплексы продукцияһы экспорты” төбәк проекты буйынса 167 миллион долларлыҡ күрһәткескә өлгәшеү планлаштырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, 2024 йылға был һан 223,9 миллион долларға етергә тейеш.
Р.ЗАМАНОВА.