Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Февраль 2023, 12:45

Урман орлоҡтары әҙерләйҙәр

 Башҡортостанда белгестәр «Экология» милли проектының «Урмандарҙы һаҡлау»  төбәк проекты буйынса орлоҡ әҙерләй. Был турала Урман хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Министрлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән йылда 3,5 тоннанан ашыу орлоҡ әҙерләгәндәр.  Шуның яртыһы – ҡарағай орлоғо, ҡалғандары – 615 кг шыршы, 550 кг  имән, 68,5 кг ҡарағас орлоғо. Орлоҡ әҙерләү процесы күп көс талап итә. Мәҫәлән, 1 тонна тубырсыҡтан  12 кг тирәһе орлоҡ алына.

«Экология» милли проекты ҡалдыҡтар менән эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә һауаның бысраныуын кәметеүгә,  һәм шулай уҡ Рәсәйҙең  уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға  йүнәлтелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан, ил башлығының май указдарына ярашлы, тормошҡа ашырыла башланы.

Р.САФИНА.

Урман орлоҡтары әҙерләйҙәр
Урман орлоҡтары әҙерләйҙәр
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: